

Балтас районының Имән ауылында бала-саға тауышы һис тынмаған ҙур йорт бар. Бында Гөлшат һәм Рәмил Фаридуновтар йәшәй. Улар үҙҙәренең ике балаһын да үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырғас, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, күңел йылыһына һәм хәстәрлеккә мохтаж 13 баланы тәрбиәгә ала.
Ҙур һәм берҙәм ғаилә менән район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев танышырға килде. Фаридуновтарҙың йәмле, йылы мөхит тантана иткән йорто балаларҙың гөрләп торған көр тауышы, көндәлек хәстәрлектәр һәм шатлыҡтар менән ҡаршы алды.
Өлкән улдары Рудаль яңыраҡ армия хеҙмәтенән ҡайтҡан. Ҡалғандары Һәйтәк мәктәбенең төрлө кластарында уҡый. Һәр береһенең үҙ мәнфәғәттәре булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы ғаилә һәм ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ата-әсә булыуы берләштерә. Төрлө милләттән булған балалар дуҫ, бер-береһенә ярҙамлашып йәшәй, яуаплы булырға, өлкәндәрҙе хөрмәтләргә өйрәнә. 15 балаға ата-әсә булыу – ҙур яуаплылыҡ. Был һан артында – ныҡышмалы көндәлек хеҙмәт, шатлыҡ-ҡыуаныстар, борсолоуҙар һәм, әлбиттә, сикһеҙ һөйөү. Гөлшат Рәйес ҡыҙы һәм Рәмил Фәһим улы үҙҙәренең өлгөһөндә ысын ғаиләнең нисек булырға тейешлеген күрһәтә, бары йылы, хәстәрлекле мөхиттә генә кеше үҙен ышаныслы, яҡланған тоя. Һөйөү йәшәгән йортта һәр балаға урын табыла. “Бындай өлгөлө ғаиләләр – республикабыҙҙың нигеҙ ташы. Уларҙың изгелеген, күңел йомартлығын һүҙҙәр менән генә аңлатыу мөмкин түгел, был ҡиммәттәр бары көндәлек хеҙмәт, йөрәклелек, ныҡышмалылыҡ менән генә тыуа”, – ти район етәксеһе.
Фото: “Балтач таңнары” гәзите сайтынан.