Социаль мәсьәлә
13 Сентябрь , 06:35

Тәүҙә үҙ-үҙемде йәлләнем: ни өсөн, ни өсөн...

Әгәр һеҙҙең балағыҙ минең ҡыҙым кеүек булһа, бер нәмә әйтергә теләйем: яратығыҙ. Үкенмәгеҙ. “Ни өсөн былай?” тигән һорау менән үҙегеҙҙе ғазапламағыҙ.

Тәүҙә үҙ-үҙемде йәлләнем: ни өсөн, ни өсөн...Тәүҙә үҙ-үҙемде йәлләнем: ни өсөн, ни өсөн...
Тәүҙә үҙ-үҙемде йәлләнем: ни өсөн, ни өсөн...

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Гәлсәр һандуғас” проекты етәксеһе, билдәле алып барыусы Земфира Байбулдина өс бала тәрбиәләп үҫтерә.

Уның ғаиләһендәге өсөнсө бала “ҡояш ҡыҙы” булып тыуа. 12 сентябрҙә был көләкәс ҡыҙға – Сафияға 14 йәш тулған.

Земфира уға ҡарата “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһе аша матур теләктәрен еткергән. Әсә йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәрҙе тыныс уҡып булмай, әммә ул һау-сәләмәт балаһын ҡарамаған йә ташлап киткән әсәйҙәргә һабаҡ булыр, тип ышанғы килә.

“Бөгөн минең Сафияма 14 йәш. 14 йыл элек мин бер нимә лә белмәй инем. Мин бары тик шатландым – ҡыҙым тыуҙы. Өсөнсө бала. Баланы еңел, тиҙ таптым. Икенсе көндө Даун синдромы диагнозы ҡуйылыуын белдем.

Һәм икенсе юл башланды. Бер йыл иҫемә килдем. Тәүҙә үҙ-үҙемде йәлләнем: ни өсөн, ни өсөн... Аҙаҡ уның тормошо ниндәй булыр тип уның өсөн ҡайғырҙым. Һуңынан ҡабул иттем: уны ҡабул иттем, үҙемдең хәлемде ҡабул иттем. Һәм йәшәй башланым.

Мин уға диагноз аша ҡарарға теләмәнем. Йыл дауамында инвалидлыҡ юлламаным – инҡар иткәнгә түгел, ә эстән был ярлыҡты ҡабул итә алмағанға рәсмиләштермәнем. Ул ағаһы һәм апайы менән ғәҙәти бала кеүек үҫте. Бер өҫтөнлөкһөҙ. Төрлөһө булды: күҙ йәштәре, ҡурҡыу, үпкә, һыҙланыу, арығанлыҡ. Әммә яратыу ҙа булды, бөтәһен дә еңеп сыҡтыҡ. Аллаға шөкөр, барыһы өсөн дә.

Бөгөн уға 14 йәш. Ул инде үҫеп етте тиерлек. Өйҙә ремонт бара. Мин: “Сафийка, тыуған көнөңдө билдәләйбеҙме? “ – тип һорайым. Ә ул эшсегә күрһәтеп: “Юҡ, ремонт”, – ти. Һәм мин аңлайым: ул барыһын да тоя. Барыһын да белә.

Ҡәҙерле яҙылыусыларым! Әгәр һеҙҙең балағыҙ минең Сафия кеүек булһа, бер нәмә әйтергә теләйем: яратығыҙ. Үкенмәгеҙ. “Ни өсөн?” тигән һорау менән үҙегеҙҙе ғазапламағыҙ. Тик яратығыҙ. Был балалар күп нәмә талап итмәй. Уларға ҡиммәтле әйберҙәр, ҙур тантаналар, идеаль шарттар кәрәкмәй. Уларға яратыу кәрәк. Йылылыҡ. Тыныслыҡ. Әсәй, атай, ағайҙар, апайҙар – уларҙы тотошлайы менән ҡабул иткән кешеләр.

Улар барыһын да тоя. Улар барыһын да үҙҙәренсә ҡабул итә, әммә аңлай. Беҙ, өлкәндәр, йыш ҡына был хаҡта онотһаҡ та, улар ярата белә. Эскерһеҙ. Шарттар ҡуймайынса. Битлекһеҙ.

Сафия, минең Афи, тыуған көнөң менән! Һаулыҡ һиңә, бәхет, мөхәббәт. Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Һине яратҡандар һәр ваҡыт эргәңдә булһын. Беҙ һине яратабыҙ!

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ. Ошо юлдарҙы уҡыған һәр кемде ҡосаҡлайым”, – тип яҙған әсә.

Земфира Байбулдина кеүек көслө рухлы әсәйҙәр күберәк булһын, сөнки һәр бала ошондай һөйөүгә, ата-әсә наҙына мохтаж.

 

Фото: Земфира Байбулдинаның “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһенән алынды.    

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас