Социаль мәсьәлә
16 Сентября , 16:55

Машина ла алып бирә алмағас, тапмаҫҡа кәрәк ине!

Миңә хаҡлы ялға сығырға ваҡыт та күп ҡалмаған. Бер нисә йыл элек кенә ошо йәшәгән фатирыма ипотеканы түләп бөттөм. Ҡыҙымды уҡытып сығарҙым. Пенсияға сыҡҡансы ремонт эшләү өсөн аҡса тупларға ине, тип хыялланам. Теш ҡуйҙырыу проблемаһы ла хәл итеүҙе көтә.  Ә ҙурайған ҡыҙым һаман нимәлер таптыра...

Машина ла алып бирә алмағас, тапмаҫҡа кәрәк ине!Машина ла алып бирә алмағас, тапмаҫҡа кәрәк ине!
Машина ла алып бирә алмағас, тапмаҫҡа кәрәк ине!

Ғәлиә апайҙың кәйефе юҡлығы йөҙөнә яҙылған. Ихлас, ярҙамсыл, асыҡ йөҙлө кешенең ярты көн буйына ләм-мим бер һүҙ ҡушмай ултырыуы ғәжәп тә баһа. “Ни булды һиңә, ҡәҙерле  хеҙмәттәшебеҙ?” – тип, бер-беребеҙгә ҡарашып, уның күңелен нисек күтәрергә белмәйбеҙ. Ғәҙәттәгесә төшкө сәйҙе рәхәтләнеп эсеп алғас, ул үҙе һүҙ башланы.

– Ҡыҙыҡайҙар, һеҙ бөгөн минең балтаһы һыуға батҡан кешеләй ҡайғырып ултырғанға аптырамағыҙ инде. Миләүшәнең ҡылығына йәнем көйә, аңламағас, кеше аңламай икән. Бәлки, ул тиклем борсолорға ла кәрәкмәйҙер, йәшлек йүләрлеге ҡасан да булһа, моғайын, үтер...

Ғәлиә апайҙың һылыу ҡыҙы барлығын беләбеҙ. Бер аҙ тәкәбберерәк, һауалыраҡ икәнен күргән бар, бик матур кейенә, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ!

– Кисә ял көнө  Миләүшә мине күрергә килгән. “Әсәй, “текә” машина алырға булдым. Автокредитты үҙеңә рәсмиләштер әле. Һинең эшең дә, хеҙмәт хаҡың да тотороҡло. Ә миңә яңы вазифа алыу өсөн машина бик кәрәк”, – тип мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы. Мин бер һүҙ ҙә өндәшмәнем, ирекһеҙҙән ауыр һулап ҡуйҙым. “Әллә ҡыҙыңа ярҙамлашырға ҡыйынһынаһың инде? Һинең  хеҙмәт хаҡың “аҡ” булғас, бер ниндәй ҡаршылыҡ булмаясаҡ, борсолма. Үҙем ай һайын һиңә түләп барасаҡмын. Ысын-ысын, хатта расписка яҙып бирәм”, тип өгөтләргә кереште. Уның әйтеүенсә, ниндәйҙер техник сәбәптәр арҡаһында банктар уға кредит биреүҙән баш тарта. Асыҡлап тороуҙы кәрәк тип тапманым, сөнки уның сәбәбен былай ҙа яҡшы беләм  – ябылмаған ике микрозаймы һәм ҡуртымға алған фатирында коммуналь хеҙмәттәргә бурысы булыуын осраҡлы ғына белергә тура килгәйне.  

Миңә хаҡлы ялға сығырға ваҡыт та күп ҡалмаған. Бер нисә йыл элек кенә ошо йәшәгән фатирыма ипотеканы түләп бөттөм. Ҡыҙымды уҡытып сығарҙым. Пенсияға сыҡҡансы ремонт эшләү өсөн аҡса тупларға ине, тип хыялланам. Теш ҡуйҙырыу проблемаһы ла хәл итеүҙе көтә.

– Миләүшә, һин әле аҡса еткерә алмай ыҙаланаһың. Займһыҙ йәшәй алмайһың икән, минең өҫтөмә һалынған олоғара кредитты нисек түләрһең икән? Түләй алмаһаң, минең кредит тарихын да боҙасаҡһың...

– Шул ваҡ-төйәк өсөн дә борсолор икән кеше! Хәҙер иң мөһиме минең өсөн карьера! Йүнле машинаһы ла булмаған белгесте нисек күтәрһендәр? Башҡаларҙың ата-әсәһе балаларына нимә генә алып бирмәй, фатир, машина бүләк итә! Ә һин маҙаға тейергә, бурыс барлығына төрттөрөргә генә беләһең! Кешесә тәьмин итә алмағас, тапмаҫҡа кәрәк ине! – тигән әсе һүҙҙәре йөрәккә барып ҡаҙалды.

Тауыш күтәрмәнем, бары “минең паспортым һәм кредит тарихым ҡуртымға бирелмәй”, тип кенә  әйтә алдым. Ишекте шартлатып ябып сығып киткән Милүәшәнән һуң тыныслана алмайым, бәлки, уның яйына торорға кәрәк булғандыр, тип өҙгөләнәм...” – тип Ғәлиә апайыбыҙ эс сере менән илай-илай уртаҡлашты. Әсәне йыуатырлыҡ кәрәкле һүҙҙәр таба алмаһаҡ та, апайыбыҙ күңелен бушатҡандан һуң бер аҙ тынысланды, йөҙө яҡтырҙы. Иркәләп, наҙлап үҫтергән ҡыҙығыҙ үҙегеҙҙеке, аңлашығыҙ, барыһы ла яҡшы булыр, Ғәлиә апай!

 Д.Ғәбдрәхимова.

Нәсих  Хәлисов фотоэтюды.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас