

Шаран районының Баҙғыя ауыл биләмәһе башлығы Светлана Витальевна беҙҙе биләмә тормошо, ауылдаштарының көнкүреше, яҙмыш боролоштары менән таныштыра-таныштыра, үркәсле тауҙар, туҙанлы юлдар аша үҙенең “Нива”һында етеҙ генә Иҫке Тамъян ауылына алып килде.
“Мин ошо яҡҡа юл төшкәндә ауылдаштарҙың хәлен белешмәйенсә, уңған старостаһы Фая Мәсәбих ҡыҙы менән аралашмайынса һис кенә лә китә алмайым. Бәләкәй генә ауылдың үҙенә генә хас тартыу көсө бар, кешеләре лә яғымлы, яҡшылыҡты күрә һәм баһалай беләләр. Фая Әғәҙуллина бына 15 йыл ауыл советы депутаты вазифаһын башҡара, халыҡ менән эшләп, кәңәшләшеп өйрәнгән кеше. Ауыл старостаһы булараҡ, йәмәғәт эштәрен алып бара, бер һүҙемде лә йыҡмай, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Ауыл зыяратын тәртипкә килтереүҙә, уны уратып алыу өсөн 100 мең һумдан ашыу аҡса йыйыуҙа ихлас ярҙамлашты. Ғаиләһе лә бына тигән, улдары ҡалайҙы киҫеп, биләмәне кәртәләүгә үҙ өлөшөн индерҙе”, – ти Светлана Витальевна.
Фая һәм Марат Әғәҙуллиндар - районда уңғанлығы, ярҙамсыллығы менән абруй яулаған кешеләр. Ғаилә башлығы “Фәйзуллин” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Фая Мәсәбих ҡыҙы фельдшер-акушерлыҡ пунктында санитарка, Ҡыр-Теләүле мәҙәниәт йортонда социаль-мәҙәни эштәрҙе ойоштороусы булып эшләй, халыҡ менән ихлас аралашып, һәр кемдең мәнфәғәттәрен яҡларға, ярҙам итергә тырыша. Әле лә, ауыл старостаһы булараҡ, йәмәғәт эштәренең эсендә йөҙөп йәшәй. 2022 йылдан ул Добро.ру платформаһында ирекмән булып теркәлгән.
– Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, еренә еткереп үтәй. Ололар менән ололарса, йәштәр менән йәштәрсә уртаҡ тел табып, һәр береһенең күңеленә юл һала белә. Ауылдаштарын экскурсияға, Өфөләге лимонарийға, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына сәйәхәттәр ойоштороп, бик күп рәхмәт һүҙҙәрен ишетте. Күңелендә әйтеп бөтөрә алмаған уй-хистәре, борсолоуҙары, һөйөнөстәре ташып сыҡһа, был кисерештәрен шиғри юлдарға һала. Биләмәбеҙҙә үҫкән шифалы үләндәрҙе йыйып, киптереп, эшкәртеп, халыҡҡа таратыусы ла ул, – ти Светлана Витальевна.– Бәләкәй генә ауылда ла мәҙәниәттең юғары кимәлен, үҙешмәкәр артистарҙың сағыу һәләтен, халыҡтың мәҙәни ҡиммәттәрен күрһәтергә мөмкин булыуын Фая Мәсәбих ҡыҙы яҡшы белә.
Йәйҙең йәмле көндәрендә Иҫке Тамъян ауылында үткәрелгән берҙәмлек көнөндә йыр-моң тыңлауҙан, күңел асыуҙан тыш, бәләкәй Ватаны үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән, ирекмәнлек менән шөғөлләнгән, тирә-яҡ мөхитте төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан яҡташтарҙы ололау, бүләкләү сараһы ойошторолоуы шуға асыҡ миҫал.
Ауыл көнөнөң иҫтә ҡалырлыҡ бик матур, ихлас үтеүендә Баҙғыя ауыл советы депутаты Фая Әғәҙуллинаның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Быйыл 95 һәм 80 йыллыҡ юбилейҙарын үткәргән Нәзип Хөснөтдинов, Нәзип Миндийәров һәм Зәбиҙә Рәпиеваларға, әүҙем йәмәғәтселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған, ауылдың иң кесе граждандары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Ауылдаштар улдары махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән ата-әсәләргә, яугир ҡатындарына айырыуса хөрмәт күрһәтергә тырыша.
“Ағиҙел” позывнойлы яугирҙең байрамда ҡатнашыуы сараға тағы ла ҙурыраҡ, файҙалыраҡ йөкмәтке һалған. Ошо ауылда тыуып үҫкән тыуған яҡты өйрәнеүсе Альберт Исмәғилевтең Иҫке Тамъяндың барлыҡҡа килеү тарихы менән ауылдаштарын таныштырыуы үҙе әһәмиәтле күренеш. Байрамға ситтә йәшәгән яҡташтары ла ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Бындай тулҡынландырғыс осрашыуҙар һәр кем өсөн бик кәрәкле. 2016 йылда ауыл хакимиәте, депутат Фая Әғәҙуллина һәм ауылдаштарҙың тырышлығы менән төҙөкләндерелгән “Оло Шишмә”инешенә барып, уның шифалы һыуын эскән ҡунаҡтар тирә-яҡ мөхиткә һәм тәбиғәт байлыҡтарына иғтибарлы мөнәсәбәте өсөн байрамда ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдергән.
– Бындай саралар, күңелле осрашыуҙар яҡташтарҙы берләштерә, тыуған яҡтан айырылмаҫҡа, йышыраҡ ҡайтырға, тамырҙарыңды онотмаҫҡа мәжбүр итә, – ти ауыл старостаһы. – Ауылыбыҙҙа клуб та, мәктәп тә юҡ. Уның ҡарауы, беҙҙәге кеүек ғорур тауҙар, шифа һыулы йәншишмәләр бер ерҙә лә юҡтыр төҫлө. Тауҙарҙан да бөйөгөрәк, яҡыныраҡ тағы нимә бар? Ҡабатланмаҫ гүзәл тәбиғәтебеҙ, борондан килгән бер-береңә ярҙам итеү йолаһы, ғаилә ҡиммәттәре беҙгә көс-дәрт бирә.
Светлана Витальевна фотоһы.