

Быға тиклем республикабыҙҙа Герой әсә исеменә лайыҡтар һаны 12-гә еткәйне. 18 сентябрҙә, ТАСС мәғлүмәте буйынса, Рәсәй Президенты тағы ла бер әсәгә – Бәләбәй районында йәшәгән Олеся Шайморатоваға Герой әсә исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Яҡташыбыҙҙы ысын күңелдән юғары награда менән ҡотлайбыҙ!
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй дәүләте күп балалы ғаиләләрҙе яҡлау буйынса юғалтылған традицияларҙы әүҙем тергеҙеүен дауам итә. Шуларҙың береһе – 2022 йылда “Герой Әсә” исемен ҡайтарыу булһа, икенсеһе – 2025 йылда ошо ҡыйыу ҡатындар өсөн Хеҙмәт Геройҙары льготаларына торошло социаль гарантиялар булдырыу. Ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән әсәләр бер миллион һумлыҡ түләүҙән тыш, башҡа өҫтөнлөктәрҙән дә файҙаланасаҡ.
Хәҙер “Герой Әсә” беҙҙең илдә иң юғары исем һанала. Был дәүләт наградаһы менән Башҡортостанда йәшәгән 13 әсәнең бүләкләнеүенә шаһитбыҙ һәм ғорурбыҙ. Тап Олеся Васильевна һәм Ришат Рәшит улы Шайморатовтарҙыҡы кеүек ҙур һәм татыу ғаиләләр илебеҙҙең ныҡлы терәге, ышаныслы ҡалҡаны булып тора ла инде.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.