Социаль мәсьәлә
20 Сентября , 09:00

Тауышын һәр кем бирә ала

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һайлаусылар өсөн юғары уңайлылыҡ тәьмин ителгән

Тауышын һәр кем бирә алаТауышын һәр кем бирә ала
Тауышын һәр кем бирә ала

“Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн һайлау процесын ойоштороу мәсьәләһен тикшерҙеләр.

Әңгәмәлә “Именлек” республика геронтология үҙәге директоры Зөлфирә Маскулова һәм Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Нурия Сәлихова ҡатнашты.

Эксперттар әйтеүенсә, республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тауыш биреү күптән инде юридик процедура булыуҙан туҡтаған һәм ысын социаль байрамға әйләнгән.

– Улар һайлауға ғаиләләре, дуҫтары менән йөрөй, мотлаҡ аралаша һәм тауыш биреү барышын тикшерә, — тип билдәләне Нурия Сәлихова.

Ишетеү һәләте боҙолған граждандар өсөн мәғлүмәт менән тәьмин итеү ойошторолған. Кандидаттар тураһында мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә һәм йәмғиәт сайттарында видеояҙмалар менән ҡабатлана. Һайлаусылар аңлатма һорап мөрәжәғәт итә алған ишара теленән тәржемәселәр һәр ваҡыт бәйләнештә. Һаңғырауҙар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһендә 2000-дән ашыу кеше иҫәпләнә, тағы ла 4000-гә яҡын кеше көнкүрештә ишара телен ҡуллана.

Аҙ хәрәкәтсән граждандар өсөн эш адреслы ойошторолған. Социаль учреждение хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүселәр һәм комиссия ағзалары менән берлектә һәр тәрбиәләнеүсене урап үтә. Өйҙән сыға алмағандар өсөн күсмә тауыш биреү форматы ҡаралған.

Мәҫәлән, “Именлек” үҙәгендә йәшәгән бөтә 352 кеше лә, шул иҫәптән 168 тора алмай ятҡан сирле тауыш биргән, тип хәбәр итте Зөлфирә Маскулова.

 

Фото: Динар Калимуллин. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас