

Мәсетле районында йәшәүсе 89 һәм 93 йәшлек Бәҙретдиновтар Тайыш ауылында донъя көткән улдарын алтын юбилейы, ә ейәндәрен 10 йәше менән менән ҡотлап, бөгөн улар менән ғорурланыуын йәшермәй, иң яҡшы теләктәрен еткергән.
“Фәнис улыбыҙҙың ғүмер йылдары хеҙмәт, хәстәрлек һәм һөйөү менән үтә. Ул - беҙҙең өсөн ышаныслы терәк, бына тигән атай һәм булдыҡлы ир. Мәктәпте тамамлағас, трактор һәм автомобиль йөрөтөргә танытма алды, армияла хеҙмәт иткәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге колхозда намыҫ менән эшләне. Йорт һалды, ихатаһын төҙөкләндерҙе.
2011 йылда яҙмышын Ирина менән бәйләне .Ул саҡта улыбыҙҙың Алиса исемле ҡыҙы, Иринаның Ринат исемле улы бар ине. Аҙаҡ ғаиләлә, барыбыҙҙы ҡыуандырып, Илина, Артур һәм Иҙел донъяға килде. Бөгөн барыһы ла йорт хужалығын алып барырға ярҙам итә, киленебеҙ әүҙем социаль тормош менән йәшәй, клуб һәм мәсет эштәрендә булыша. Эштәре тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙе лә онотмайҙар, хәстәрлек күрәләр.
Ейәнебеҙ Артур ҙа уңыштары менән шатландырып тора, үҙ иленең ысын патриоты, лайыҡлы гражданы булырына ышанабыҙ.
Беҙ – ғүмеребеҙҙә бик күпте, аслыҡты, хәйерселекте күргән һуғыш балалары. Бөгөн мул тормошта йәшәгән балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә ҡарайбыҙ ҙа, үҙебеҙҙең оло быуын кешеләренә фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт тойғоларын кисерәбеҙ. Балаларыбыҙ беҙ күргәнде бер ҡасан да татымаһын. Илебеҙгә тиҙерәк именлек килеүен теләйбеҙ. Бөгөн ҙур һынауҙарҙы үткән һәр кемгә көс һәм түҙемлек насип итһен”, – тип яҙа Шәһәрбаныу һәм Мөҙәрис Бәҙретдиновтар.
Өлкәндәргә оҙайлы һәм бәхетле тормош теләйбеҙ!
Фото: “Мечетлинская жизнь” гәзите сайтынан.