

Хәҙерге заманда демография өлкәһендәге киҫкен мәсьәләләр – тыуымдың кәмеүе, халыҡтың ҡартайыуы, иҡтисади тотороҡлоҡто тәьмин иткән күп балалы ғаиләләрҙең аҙайыуы донъяның күп илдәренә хас күренеш була бара.
Киң ҡоласлы Көнбайыш илдәре менән Рәсәй ҡартая барғанда, көньяҡ төбәктәр демографик яҡтан йәш һәм көслө булып ҡала. Мәҫәлән, халыҡ һаны буйынса лидерлыҡты тотҡан Һиндостанды йәш быуын үҙәге тип атарға мөмкин, бында 25 йәштән йәшерәк 600 миллион кеше йәшәй – был ил халҡының 45 проценты тигән һүҙ. Ҡытайҙа ошо уҡ йәштәгеләр 400 миллион тәшкил итә, был – халыҡтың 30 проценты. Африка илдәре лә ҡалышмай йәшәреүен дауам итә.
65 йәштән өлкән кешеләр һаны буйынса ғүмер оҙайлығы юғары, тыуым түбән булған Көнсығыш Азия һәм Европа илдәре алдынғы рәттә, Рәсәй ҙә шул иҫәптә. Ни өсөн социология белгестәренең даими тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә саң һуғыуы, тәҡдимдәре менән уртаҡлашыуы, аныҡ биләмәләрҙә ғаиләләр хәлен, тормош сифатын асыҡлауы, миграция сәбәптәрен, бала табыуға ҡамасаулаған ҡаршылыҡтарҙы өйрәнеүе бик яҡшы аңлашыла. 2015 йылдан алып Рәсәйҙә тыуым тотороҡло кәмеү яғында.
Социология фәндәре докторы Рауил Насибуллин билдәләүенсә, демографик мәғлүмәттәр һәм даими анализ бөгөн статистик яҡтан да, социологик күҙлектән дә бик мөһим. “Әгәр тулы тикшеренеүҙәр үткәрелмәһә, беҙ “сирҙе” түгел, ә уның “күләгәһен” генә дауалаясаҡбыҙ. Демографияны йәмғиәттең торошон билдәләгән термометр менән сағыштырыр инем. Ул беҙгә ҡайһы юҫыҡта – һаулыҡ һаҡлауҙамы, иҡтисадтамы, әллә социаль сәйәсәттәме – үҙгәрештәр индереүҙе, нығыраҡ эшләүҙе асыҡ күрһәтәсәк”, – ти ғалим.
Эксперттар әйтеүенсә, әлеге “демографик көҙ” мәлендә өлкән быуын әүҙемлеген оҙаҡ һаҡлаясаҡ, хеҙмәткә һәләтлелек осоро артасаҡ, кешеләр пенсияға һуңға ҡалып сығасаҡ. Был иҡтисадҡа эшсе ҡулдарын арттырһа ла, төп проблеманы хәл итә алмай, кадрҙарға ҡытлыҡ артабан да күҙәтеләсәк.
Ошондай демографик көрсөк шарттарында күп балалы ғаиләләр илдең тотороҡло үҫеше өсөн стратегик ресурс булып тора. 2026 йылдың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителеүе уйланылған мөһим аҙым булды, сөнки барыһы ла ғаиләнән башлана. Ғаилә традицияларын һаҡлау, быуындар араһындағы ярҙамсыллыҡты үҫтереү, яҡындарыбыҙ тураһында хәстәрлек күреү – быларҙың барыһы ла беҙҙе тупланғаныраҡ, көслөрәк итә.
Исемле йыл тағы ла бер ҡат беҙгә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, атайлыҡ, әсәлек һәм балалыҡты яҡлауҙың мөһим өҫтөнлөктәр икәнен раҫланы. Бала үҫтергән ғаиләләр республикала халыҡ һаны үҫешен тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Демографик хәлде яҡшыртыу һәм балалар, ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, ғаилә институтына ярҙам итеү буйынса республика етәкселегенең тотороҡло сәйәсәт алып барыуына шаһитбыҙ. Был курсты раҫлаған саралар федераль кимәлдә лә ҡабул ителде. Рәсәй Президентының “Күп балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау саралары тураһында”ғы Указы, Рәсәй Хөкүмәтенең “2036 йылға тиклем Рәсәйҙә ғаилә һәм демография сәйәсәтен, күп балалыҡҡа ярҙам итеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса эш стратегияһы” ҡарары донъя күрҙе.
Бөгөн республикабыҙҙа 73,7 мең күп бала тәрбиәләгән ғаилә йәшәй. 2020 йылдан алып уларҙың һаны 14,7 меңгә артты. 2036 йылға илдә тыуымдың суммар коэффициенты 1,8-гә, ә күп балалы ғаиләләрҙең һаны өс миллионға ҡәҙәр артырға тейеш, тип күҙаллана. Был курсты раҫлаған ҡарарҙар федераль кимәлдә ҡабул ителде.
Яңы “Ғаилә” милли проекты балалы ғаиләләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Уның составына ингән биш федераль проекттың иң мөһимдәренең береһе – яҡшы йәшәү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы иңенә алған “Күп балалы ғаилә” проекты. Ишле ғаиләләр өсөн федераль кимәлдә тәҡдим ителгән ярҙам саралары Башҡортостанда һуңғы 25 йыл эсендә уңышлы тормошҡа ашырыла. Былтыр был маҡсатҡа республика бюджетынан йүнәлтелгән аҡса күләме 1,25 миллиард һум тәшкил итте.
Ғөмүмән, бала тәрбиәләп үҫтерергә теләгән һәр ғаилә дәүләт ярҙамынан файҙалана ала. Мәҫәлән, киләһе йылда әсәлек капиталын беренсе балаға 778,5 мең һумға тиклем еткереү планлаштырыла. Әгәр ғаилә тәүге сабыйы өсөн түләү алмаған булһа, икенсе бала өсөн әсәлек капиталы бер миллион һумдан артасаҡ. Башҡа түләүҙәр ҙә күтәрелә, мәҫәлән, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие – 1,1 миллион һум; бала тыуғанда бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙәр – 30,4 мең һум; баланы тәрбиәләү буйынса пособие айына 95,5 мең һумға тиклем; “больничный” буйынса максималь түләү 239 мең һумға яҡын тәшкил итәсәк.
Әлбиттә, ғаиләне яҡлау пособие түләү тигәнде генә аңлатмай, ул барыһынан да элек кешене солғаған мөхитте яҡшыртыуға, уның һаулығын хәстәрләүгә, белемен арттырыуға, торлаҡлы итеүгә, эш шарттарын яйлаштырыуға, килемен, конкурентлыҡҡа һәләтен күтәреүгә булышырға тейеш. Ошо йәһәттән репродуктив сәләмәтлекте нығытыу, бала тәрбиәләү менән бергә профессиональ эшмәкәрлекте яраштырып алып барыу, студент ғаиләләренә ярҙам буйынса ла ырамлы аҙымдар яһала. Республикабыҙҙа ҙур танылыу алған “Айыҡ ауыл” конкурсы ла ғаилә институтын нығытыу, ауыл биләмәләрен үҫтереү, һаулыҡты һаҡлау буйынса үҙенең лайыҡлы өлөшөн индергән файҙалы сараларҙың береһе.
“Росстат” 2025 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республикалағы халыҡ һанын иҫәпләп, йыл һайын туғыҙ мең кешене юғалтыуыбыҙҙы раҫланы. Республикала 4 миллион 42 меңдән ашыу кеше йәшәй. 2026 йылдың июленә репродуктив йәштәге һәр ҡатынға тыуымдың суммар коэффициенты 1,276 тәшкил итте, был Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән (1,344) кәмерәк. Иң ҙур төркөм – 31 йәштән 60 йәшкә тиклем. Икенсе урында пенсионерҙар – һәр бишенсе кеше 60 йәште уҙған. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, 2025 йылда республикала 27 574 бала тыуған. “Башстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2024 йылда тыуым – 32 968, ә 2023 йылда 35 388 кеше тәшкил иткән. Шулай итеп, йыл һайын яңы тыуған сабыйҙар һаны кәмей бара.
Демография проблемалары дөйөм Рәсәйгә хас күренеш. Илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың киләсәгенә туранан-тура йоғонто яһаған мәсьәләнең етдилеге барыбыҙға ла яҡшы мәғлүм. Көрсөктән сығыу өсөн һәр яҡтың, һәр ғаиләнең мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотҡан комплекслы сараларҙы башҡарыу мөһим.
Кеше бала үҫтереү, ял итеү, профессиональ яҡтан үҫеү өсөн уңайлы, тыныс урынды һайлай. Тимәк, ҡала һәм ҡасабалар инфраструктураһын артабан да үҫтереү, балалар баҡсалары, мәктәптәр, поликлиникалар, ял парктары, юлдар төҙөү эшен нығыраҡ йәйелдерергә кәрәк. Балалары өсөн үҫеш перспективаһын күргән ғаиләнең бәхет эҙләп сит тарафтарға йүнәлеүе икеле. Тыуымды арттырыусы иң мөһим фактор – иртәгәһе көнгә ышаныс. Барыһы ла ябай һәм аңлайышлы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы, ҙур тырышлыҡ, ихтыяр көсө талап иткән хеҙмәт.
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:
“Беҙ төбәктә тыуым һәм үлем кимәлен сағылдырған күрһәткестәрҙең мөһимлеген аңлайбыҙ. Улар төбәк менән идара итеүҙә һөҙөмтәле эштең төп индикаторҙары булып тора. Демографик хәл беҙҙә ҡатмарлы. Ҡайһы бер күрһәткестәр репродуктив йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында тыуым кимәленең түбәнлеген күрһәтә. Был проблема етди иғтибар һәм ҡарарҙар талап итә. Был хәлгә йоғонто яһаған меңләгән сәбәп бар, шулай ҙа иң төп сәбәп – тыуымдың кәмеүе.
Төрлө демографик соҡорҙар, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар һаны араһында ярашмаусанлыҡ бар. Оҙайлы һәм айырым эш талап ителә. Кешеләр һәйбәт ғаиләлә, уңайлы мөхиттә йәшәргә теләй. Иҡтисади тотороҡлолоҡ, эш булыуы, социаль инфраструктура – мәктәптәр, балалар баҡсалары, һаулыҡ һаҡлау – быларҙың барыһы ла халыҡ үҫеүе өсөн нигеҙ шарттарын барлыҡҡа килтерә. Әүҙемерәк һәм йылдамыраҡ йәштәр тормош һәм үҫеш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған төбәктәрҙә ҡала”.
Әлфиә СУГУРОВА, медицина фәндәре кандидаты, табип-гинеколог:
“Ҡатын-ҡыҙҙарҙа репродуктив функцияның тәүге һүнеү билдәләре 27 йәштәр тирәһендә күренә башлай. Кемдәлер был үҙгәрештәр тиҙерәк, кемдәлер яйыраҡ бара. Был ҡатын-ҡыҙ физиологияһы менән бәйләнгән, тәбиғәт тарафынан һалынған. Шуға күрә сабыйҙарығыҙҙы табыуҙы һуңға ҡалдырмағыҙ. Беҙҙә хәҙер тәүҙә карьера эшләү модала, барыһына ла өлгәшкәндән һуң ғына балаларҙы планлаштырыу тураһында уйлай башлайҙар. Беҙҙең Республика медик-генетика үҙәгенә килгән 35-40 йәштәрҙәге ҡатындар ҡәҙерле ваҡытты юғалтҡандарын аңлағандан һуң терһәктәрен тешләрҙәй була, тик бик һуң... Үкенескә ҡаршы, бындай миҫалдар етерлек”.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.