

Лайыҡлы пенсия алыуҙың төп факторҙарының береһе – легаль эш хаҡы. Был хаҡта Дәүләт Думаһы депутаты Светлана Бессараб һөйләгән. Уның белдереүенсә, хеҙмәт эшмәкәрлегенең тәүге көнөнән килешеү төҙөп, рәсми рәүештә генә эшләргә һәм эш биреүсенең РФ Социаль фондына страховка иғәнәләрен күсереүенә өлгәшергә кәрәк,. Был осраҡта пенсия беренсе эш көнөнән үк формалашасаҡ.
Парламентарий һүҙҙәренсә, пенсия коэффициенттарын иҫәпләүҙе РФ Социаль фонды сайтындағы шәхси кабинетта күрергә мөмкин.
Мәҫәлән, яҡшы эш хаҡы булғанда, пенсия эш биреүсе түләгән страховка иғәнәләренән йыйыла. Әгәр сумма ҡәнәғәтләндермәһә, шәхси аҡсағыҙҙы дәүләт ҡатнашлығындағы оҙайлы сроклы пенсия һаҡлыҡтарына һалырға мөмкин. Дәүләт өҫтәмә рәүештә 300 мең һум йыйырға ярҙам итәсәк. Тупланма суммаһы инфляция кимәлен иҫәпкә алып индексациялана һәм арта.
Автор фотоһы.