Социаль мәсьәлә
6 Октября , 08:44

Ҙур фонд бәләкәй ауылдарға килә

Башҡортостанда Тимченко фонды вәкилдәре булды

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҙур фонд бәләкәй ауылдарға киләҘур фонд бәләкәй ауылдарға килә
Ҙур фонд бәләкәй ауылдарға килә

Рәсәйҙә эшләп килгән Тимченко фонды тип йөрөтөлгән хәйриә ойошмаһы барлығы тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Әгәр уларға ҡағылышығыҙ булмаһа, бәлки юҡтыр ҙа. Ә бына Башҡортостандың ҡайһы бер бәләкәй ауылында, йәки бәләкәй ҡалаһында йәшәгән кешеләр, айырыуса үҫмерҙәр улар тураһында бик яҡшы хәбәрҙар. Нисек белмәҫкә, фонд тап уларҙың ауылына килеп, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мөһим социаль проекттарға ярҙам итә, уларға үҫеш мөмкинлеге бирә.

Беҙгә социаль проекттар кәрәк

Уҙған аҙнала Башҡортостанда Геннадий Тимченконың хәйриә фонды һәм федераль киң мәғлүмәт сараларынан килгән хәбәрселәр эшләне. Уларҙың эшенә Башҡортостан журналистары ла ҡушылды һәм бик ҙур матбуғат туры үтте. Журналистар Стәрлетамаҡ, Иглин, Мәләүез, Дәүләкән райондары, Бөрө ҡалаһында булды һәм фонд ярҙамында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тормошҡа ашырылған башланғыстар, социаль проекттар менән танышты.

Ә матбуғат турына тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фондтың генераль директоры Галина Лапонова менән осрашты. Улар бәләкәй биләмәләрҙә социаль башланғыстарға ярҙам итеү, коммерцияға ҡарамаған секторҙы үҫтереү һәм артабан берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса үҙ-ара эш итеү темаларына һөйләште.

Иң тәүҙә матбуғат турында ҡатнашыусылар “Салют” республика реабилитация-белем биреү комплексына барҙы. Бында Тимченко фонды, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм төбәктең дәүләт учреждениелары вәкилдәре менән түңәрәк өҫтәл үтте. Галина Лапонова әйтеүенсә, республика хәйриә эшмәкәрлегенә ярҙам итеү һәм йәмәғәт башланғыстарын тормошҡа ашырыу буйынса һөҙөмтәле ведомство-ара коммуникация төҙөй алған.

“Бәхет биләмәһе”, “Өфө хосписы” һәм “Воскресенск соборы” хәйриә фондтарының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова хәбәр итеүенсә, Тимченко фонды Башҡортостандың дөйөм суммаһы 30 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән 49 проектын хуплаған.

– Әлбиттә, был ҙур ярҙам. Шуныһы мөһим, проекттарҙың барыһы ла иң кәрәкле урындарға — ауыл ерендә, ярҙамға айырыуса мохтаж булғандарға йүнәлтелә. Һәм республика был йүнәлештәрҙә мөмкин тиклем күберәк хеҙмәттәшлек итергә теләй. Тимченко фонды гранттарын алыуға ғариза бирә алған әүҙем йәмәғәт ойошмалары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, дәүләт учреждениелары булыуына бик шатмын. Грант ярҙамы бөтә өлкәләрҙә лә бик мөһим, бигерәк тә хәҙер. Беҙгә ғаиләләргә, балаларға, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү менән бәйле проекттар кәрәк, – тине Каринэ Хәбирова.

 

Иң алыҫ урындарға барып етәләр

Тимченко фонды илдең иң ҙур ғаилә хәйриә фондтарының береһе, ул 2010 йылдан ғәмәлдә. 2023 йылдан фонд Рәсәйҙең бәләкәй биләмәләрендә – 200 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа эшләй. Фонд стратегияһы ике стратегик йүнәлеш аша тормошҡа ашырыла: “Яҡын тирә-яҡ мөхиттә хәстәрлек” һәм “Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе үҫтереү”. Улар өс маҡсатлы төркөм менән эшләй: оло йәштәге көсһөҙ кешеләр, ауыр тормош хәлендә ҡалған балалы ғаиләләр һәм 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр.

Тимченко фондының миссияһы бик изге – иң аҙ ярҙам булған урынға барыу, иң ҡатмарлы социаль проблемаларҙы хәл итеү. Конкурстарҙа еңгәндән һуң проекттар командалары финанслау ғына түгел, шулай уҡ уҡытыу, эксперт һәм методик оҙатыу, тәжрибә уртаҡлашыу, стажировка үтеү һәм сараларҙа ҡатнашыу өсөн мөмкинлектәр ала.

Башҡортостанда Тимченко фонды нигеҙ һалынғандан алып системалы эшләй, ҙур булмаған ҡалаларҙа һәм ауылдарҙағы проекттарға ярҙам итә. Яңы стратегия сиктәрендә генә 2023 йылдан 2025 йылға тиклем фонд ярҙамында республикала 50-гә яҡын проект тормошҡа ашырылған. Уларҙа урындағы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, мәктәптәр, китапханалар, спорт клубтары һәм әүҙем халыҡ ҡатнаша.

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн һөҙөмтәләр бик һәйбәт. Мәҫәлән, проекттарҙа 2 100-ҙән ашыу бала һәм үҫмер ҡатнашҡан. Уларҙың барыһы ла ғәҙәти балалар түгел. 450-нән ашыуы ауыр тормош хәлендә ҡалған, 120-нән ашыуы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар.

Әле Башҡортостанға булған матбуғат туры “Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе үҫтереү” йүнәлешенә арналды. Ул ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа йәшәгән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм балаларҙы үҙ эсенә ала.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй биләмәләрҙә балалар һәм үҫмерҙәрҙең үҙ мөмкинлектәрен үҫтереү һәм уларҙың һорауҙарына яуап биргән ҡыҙыҡлы ял ойоштороу өсөн шарттар етмәй. Ҙур ҡалаларҙан айырмалы рәүештә, бындай территорияларҙа белем биреү һәм ижади мөмкинлектәр, профессиональ белгестәр аҙ. Балаларҙың шәхси һәм йәмәғәт потенциалын асыу мөмкинлектәренә ҡытлыҡ уларҙың тормош перспективаларын сикләүгә, бәләкәй тыуған иле менән бәйләнештәрен өҙөүгә һәм именһеҙлек хәүефен арттырыуға килтерә.

“Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе үҫтереү” йүнәлешенең өс конкурсы бар: “Мөмкинлектәр мөхите”, “Изге спорт” һәм “Яңы эҙләүселәр”. Матбуғат туры барышында ошо проекттарҙың бишәүһен үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, танышыу мөмкинлеге булды.

 

Балалар “Клепа”нан сығышмай

Матбуғат турының беренсе нөктәһе – Стәрлетамаҡ районының Первомайский ауылы китапханаһында урынлашҡан “Клепа” үҫеш үҙәге булды. Улар Тимченко фондының “Мөмкинлектәр мөхите” конкурсында еңгән. Әйткәндәй, берҙе еңгән дә бөткән түгел, яңыраҡ өсөнсө грантты алғандар.

800 кеше йәшәгән ауылда китапхананан башҡа балалар өсөн бер учреждение ла юҡ. Был – баланың мәктәптән һуң килә алған берҙән-бер урыны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1964 йылда төҙөлгән бина үҙе авария хәлендә. Шуға күрә, тәү ҡарашҡа йәмһеҙ кеүек күренгән бина эстән ялтлап тора булып сыҡты. “Клепа” үҙәге заманса ҡорамалдар: интерактив өҫтәл, анатомик трос, тәжрибәләр өсөн лаборатория, ижади оҫтахана һәм тағы әллә күпме яңы һәм ҡыҙыҡлы әйберҙәр менән йыһазландырылған.

Балаларҙы бында 68 йәшлек китапханасы Ирина Александровна Афанасьева ҡаршы ала. Өлкән йәштә булып, пенсияға китеп ҡарауына ҡарамаҫтан, ул да, балалар ҙа бер-береһеҙ йәшәй алмаған: ул яңынан эшкә сыҡҡан. “Клепа”ға 5 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалар йөрөй. Йөрөй генә лә түгел, бында үҙ өйөнә кеүек килергә мөмкин икәнлеген белә. Журналистар менән осрашыуға килгән ата-әсәләр китапханасыға һәм Тимченко фондына балаларын йәлеп итер урын барлыҡҡа килгәне өсөн рәхмәтле. Балалары бөтә буш ваҡытын ошонда үткәрә, хатта ялдарҙа һәм каникулдарҙа ла китапханасыһын үҙәккә алып барып, ишектәрен астырырға ғына торалар икән.

Ирина Александровна һәр бала тураһында, уның нимә менән ҡыҙыҡһыныуын, нисек уҡыуын һәм ғаиләһен белеп тора. Бында даими нигеҙҙә 15-16 бала шөғөлләнә, шуныһы ҡыҙыҡ, башлыса малайҙар йөрөй. Ирина Александровна уларҙы төрлө нәмәгә өйрәтә – төймә тегеүҙән алып, 3D-ҡәләм менән һүрәт төшөрөүгә тиклем. Китапханаға балаларына эйәреп өлкәндәр ҙә килә: музыкант дәрестәр алып бара, урындағы һәүәҫкәр фотограф балалар менән эшләй, әсәйҙәр сабыйҙар менән “Бәләкәй гений” дәрестәренә йөрөй.

Үрҙә әйткәнсә, “Клепа” Тимченко фондынан өс грант алған. Әлегеһендә башлыса тикшеренеү эшмәкәрлегенә баҫым яһалған: тәжрибәләр, эксперименттар, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә алып барылған “Йәш тикшеренеүсе” видеоблогы, Стәрлетамаҡ лабораторияларына барыу.

Ауыл хакимиәте башлығы проектты әүҙем хуплай. Осрашыуҙа ул да ҡатнашты һәм балаларҙы йәлеп итер урын булғаны өсөн барыһына ла рәхмәт әйтте, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе.

Был тиклем күп кешеләрҙе күргәс, балалар һис тә юғалып ҡалманы, киреһенсә, йүгереп йөрөп үҙҙәренең үҙәктәре менән таныштырҙы, нимә эшләргә өйрәнгәндәрен күрһәтергә тырышты. Тәү ҡарамаҡҡа һоро булып күренгән бинаның эсендә ошо тиклем тормош ҡайнауын күреү ҡыуаныс һәм киләсәккә өмәт өҫтәне. Был ауылда, үҙәк эшләп торғанда балаларға йөрөр урын да, үҫер өсөн мөмкинлектәр ҙә буласаҡ.

 

Улар киңлекте үҙҙәре булдыра

Икенсе көндө беҙҙең ҙур автобус Иглингә һәм Бөрөгә барырға тейеш ине. Эште Иглин ауылында башланыҡ. Матбуғат турында ҡатнашыусылар килеп етеүгә, сәғәт иртәнге туғыҙ ғына булыуға ҡарамаҫтан, хоккей ҡабы малайҙар менән тулған ине. Бында “Иглин хоккей лигаһы” проекты тормошҡа ашырыла, ул фондтың “Изге спорт” конкурсы еңеүсеһе.

Иглиндә 30 мең кеше йәшәй. Район үҙәгендә, бәләкәй ауылдар менән сағыштырғанда, балаларға спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар күберәк булһа ла, яҡын тирәләге һәм хатта күрше ауылдарҙа йәшәгән малайҙар ни эшләптер тап ошонда йөрөргә теләй. Ҡыш көнө ҡумтала малайҙар хоккей уйнаһа, йәйгеһен ул роллердромға әйләнә. Балалар менән 38 йәшлек хәрби хәрәкәттәр ветераны Альфред Нубфуллин шөғөлләнә. Әйткәндәй, ул профессиональ тренер түгел, эш көндәрендә тракторҙа эшләй һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Буш ваҡытын иһә хоккейға һәм балаларҙы күнектереүгә арнай.

Проектҡа “33 легион” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Светлана Тихонова етәкселек итә. Коммерцияға ҡарамаған ойошма 2020 йылдан алып ғәмәлдә. Эште ауыл һырғалағын тултырыуҙан башлайҙар, әле иһә был – хоккей ҡумтаһы, роллердром, волейбол майҙансығы һәм төрлө гранттар аҡсаһына төҙөлгән арҡан паркы булған тулы спорт нөктәһе. Йәйгеһен бында флорбол, пейнтбол буйынса турнирҙар үткәрелә, урамда кино ҡарауҙар ойошторола.

Ҡыш көнө хоккей буйынса күнекмәләргә 9-17 йәшлек 50 бала яҙыла. Малайҙар тип һөйләһәк тә, араларында 12 йәшлек ҡыҙҙары Диана ла бар. Ул бокс менән шөғөлләнә һәм проектта әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булып тора.

Әлбиттә, проект шәхси энтузиастарға таяна. Урындағы эшҡыуар Александр Невский хоккей ҡумтаһы төҙөп бирә һәм проектҡа ярҙамын дауам итә. Район спорт комитеты ҡырсынташ, ҡом килтереү, ҡар таҙартыу һәм ярыштар өсөн приздар менән ярҙам итә. Әйткәндәй осрашыуға район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова ла килде. Был райондың әлеге башланғыста әүҙем ҡатнашыуы һәм булышлығы тураһында һөйләй.

Светлана Тихонова үҙенең ҡарашын профессиональ тип иҫәпләмәй:

– Беҙ күңел нисек ҡуша, шулай эшләйбеҙ. Арабыҙҙа ҙур профессионалдар ҙа юҡ, әммә балалар беҙҙе бик ярата һәм даими йөрөй. Иглиндан да һәм күрше ауылдарҙан да киләләр. Малайҙар бында йәлеп ителә башлағандан һуң шуны һиҙҙек: улар урам буйлап теләһә нимә эшләп йөрөмәй. Даими телефонда ваҡыт үткәреүселәр ҙә кәмене. Тәүҙәрәк электрон вейбтар менән шаярғандар бар ине, хәҙер улар ҙа юҡ. Ә иң мөһиме –аҙ килемле ғаиләләр балаларына спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә ала, – ти ул.

Осрашыуға килгән балалар үҙҙәре тураһында һөйләне, күнекмәләр үткәрҙе. Улар журналистар командаһына ҡаршы сығып флорбол уйнаны һәм еңде.

Артабанғы нөктә – Бөрөлә “НАШВАЙБ” ҡыҙыҡлы осрашыуҙар клубы” булды. 45 мең кеше йәшәгән Бөрөлә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн буш ваҡытын үткәрер урындар аҙ. Ҡасандыр гөрләп торған сауҙагәрҙәр ҡалаһы бөгөн яйлап һүнә, унан кешеләр ҙурыраҡ ҡалаларға күсеп китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр арта, ә бының менән бергә ауыр тормош хәлендә ҡалған үҫмерҙәр ҙә күбәйә. Быға ҡаршы тороу өсөн ҡалала “НАШВАЙБ” үҫмерҙәр үҙәге булдырылған. Ул бөтә категоря үҫмерҙәр өсөн дә асыҡ, бер кемгә лә сикләү юҡ. Бында ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙән, һаулығында сикләүҙәр булған үҫмерҙәр, һәм ябай балалар килә. Әммә бер кемгә лә айырып ҡарамайҙар, ә бөтәһе өсөн дә үҫеш һәм ял мөмкинлеге булған киңлек булдырғандар.

Урын айырым бүлмәлә йыһазландырылған, уны ремонтлау һәм биҙәү үҫмерҙәрҙең үҙ теләге буйынса башҡарылған. Балалар стеналарҙы буяған, ниндәй урын булырға тейешлеген һәм бында нимә менән шөғөлләнергә теләүҙәрен билдәләгән. Хәҙер ҙур булмаған киңлектә аш-һыу бүлмәһе, телевизор, фотолар менән стенд, тегеү машинаһы, гитаралар менән музыкаль мөйөш, өҫтәл уйындары бар. Шулай уҡ бында өйгә эш башҡарырға мөмкин. Социаль яҡтан хәүефле хәлдә булған ғаиләләрҙәге балалар өсөн был айырыуса мөһим: улар киңлеккә теләһә ҡайһы ваҡыт килә ала, ә белгестәр кәрәк булғанда улар янында тороп ҡала.

Даими нигеҙҙә “НАШВАЙБ”ҡа 25 үҫмер йөрөй. Үҫмерҙәр киңлекте файҙаланып ҡына ҡалмай, ә уның йөкмәткеһен үҙҙәре билдәләй. Улар тәҡдим иткән һәм үҫтергән йүнәлештәр араһында фотостудия, тегеү, ағас яндырып һүрәттәр эшләү, сәләмәт тормош буйынса дәрестәре бар. Команда аноним ҡумта, кәйеф таҡтаһы һәм тере осрашыуҙар аша кире бәйләнеш йыя. Эштең мөһим өлөшө – сығарылыш уҡыусылары менән бәйләнеш. Бынан киткән балаларҙы кире остаз итеп саҡыралар.

 

“Ауыр” үҫмерҙәр ҙә үҙ юлын таба

Өсөнсө көн иртә менән Мәләүез районының Үрге Юлдаш ауылында инек. Бында “Тыуған яҡ: асыштар картаһы” проекты тормошҡа ашырыла. Шуныһы ҡыуандырҙы, бәләкәй генә ауыл мәктәбендә фонд бер юлы ике башланғысҡа ярҙам итә: “Изге спорт” һәм “Мөмкинлектәр мөхите”.

600 кеше йәшәгән ауыл мәктәбендәге туғыҙ класта ни бары 24 уҡыусы белем ала. Был проблема ауылдың Салауат ҡалаһынан ни бары дүрт километр ғына алыҫлыҡта ятыуы менән аңлатыла. Һуңғы ваҡытта ата-әсәләр балаларын ҡала мәктәбенә йөрөтөп уҡыта башлаған икән. Ә бит тыуған мәктәптәрендә лә үҫеш өсөн мөмкинлектәр бар. Әле бында фонд ярҙамында ике проект тормошҡа ашырыла – шахмат клубы һәм туристик маршруттар эшләү. Бында барыһы ла етди: үҫмерҙәр тирә-яҡтарында урынлашҡан тәбиғәт объекттары буйлап туристик маршруттар эшләй һәм улар буйлап студенттар, милли парк ҡунаҡтары, күрше ауылдар халҡы өсөн экскурсиялар үткәрә.

Проекттарҙың авторы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Булатова. Ул эште бәләкәйҙән башлаған: балалар менән бергә шахмат кабинетын төҙөкләндергән, түңәрәк уҡытыусыһын тапҡан. Һуңынан мәктәпкә уҡыусыларҙың береһенең атаһы килә. Ул балаларға спорт туризмы менән шөғөлләнергә тәҡдим итә. Шулай итеп, ауыл мәктәбендә туристик-тыуған яҡты өйрәнеү клубы барлыҡҡа килә.

Әле клубта 22 бала шөғөлләнә, уларҙың бер өлөшө күрше ауылдарҙан килә. Балалар туризм нигеҙҙәрен, тикшеренеү, экскурсия эшен өйрәнә һәм шуның менән маршрутҡа сыға. Улар эшләгән маршруттар “Башҡортостан” милли паркы аша үтә, балалар Торатауға ла, мәмерйәләргә лә йөрөй. Ә бер тапҡыр хатта Өфөгә барып, үҙ маршруттарын төҙөгән һәм экскурсия үткәреп ҡайтҡан. Эш һөҙөмтәһе булып юл күрһәткесе һәм тикшеренеү проекттары тора.

Мәктәптнең шахмат клубы ла бик уңышлы эшләй. Был мәктәптә шахмат уйнамаған бала юҡ. Улар уйнап ҡына ҡалмай, ә төрлө кимәл конкурстарға сыға һәм призлы урындар яулай. Мәктәп инвалидлығы булған Даниил Самофеев менән ғорурлана. Ул шахмат түңәрәгендә тәүге көндәрҙән үк шөғөлләнә. Әле иһә үҫеп еткән егет шахмат буйынса инструктор, республика рейтингында урын алған.

Журналистар барған һуңғы проет Дәүләкәндге “Перезагрузка 2.0. Үҫеш киңлеге” проекты булды. 20 мең самаһы кеше йәшәгән ҡалала был үҫмерҙәр өсөн эшләгән берҙән-бер киңлек. Бында урамда йөрөгән һәр бер үҫмер килеп инә һәм тороп ҡала ала. Киңлектә мотлаҡ программалар һәм дәрестәр теҙмәһе юҡ, ә аэрохоккей, теннис, өҫтәл уйындары, психолог, педагогтар бар.

Проектты “Изге эш” үҙәге тормошҡа ашыра, улар Дәүләкәндә бер нисә йыл эшләй. Был ваҡыт эсендә уның аша бик төрлө тарихлы балалар үтә: бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссиянан ебәргәндәр, тормош шарттары килтергәндәр. Бәләкәй арауыҡ 30 кешегә бер үк ваҡытта тығыҙ, әммә балалар быға иғтибар итмәҫкә тырыша.

Проект етәксеһе Наталья Тепикина әйтеүенсә, улар айырыуса тормошҡа юлын таба алған “ауыр” үҫмерҙәре менән ғорурлана. Мәҫәлән, бер ҡыҙҙы үҙәккә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ебәрә. Ул инвалид ағаһы менән яңғыҙ ҡала, өйөнән сыҡмай башлай. “Перезагрузка”ла социаль хеҙмәткәрҙәр уның фотоһүрәт менән ҡыҙыҡһыныуын белеп ҡала һәм грант аҡсаһына фотоаппарат һатып ала. Хәҙер ул ҡала сараларын төшөрә, балалар лагерында ирекмән булып эшләй. Үҙәк командаһы уның өсөн шәхси фотокүргәҙмә эшләргә ниәтләй.

Үҙәктең тағы бер тәрбиәләнеүсеһе йырларға ярата, әммә ғаиләнең музыка түңәрәгенә түләү өсөн финанс мөмкинлеге булмай. Үҙәктә уға ярҙам итергә ҡарар итәләр, кәрәкле техника һатып алалар һәм балалар ҙа, хеҙмәткәрҙәр ҙә ингән төркөм төҙөйҙәр.

Әлбиттә, ҡатмарлыраҡ осраҡтар ҙа бар: үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан балалар, тәрбиәгә алынып, үҙҙәренә ҡарата көс ҡулланылған үҫмерҙәр, башта бөтөнләй һөйләшмәгәндәр. Үҙәктә психологтар бар, улар традицион диагностика менән шөғөлләнмәй, ә Тимченко фонды өйрәткән тәжрибә һәм технологияларҙы ҡулланып эшләй. Психолог Вера Сарапина әйтеүенсә, улар ҡыҫылмай, ә күҙәтә, йомшаҡ ҡына итеп йүнәлеш бирә. Һәм был ярҙам итә.

Үҙәкте тамамлап киткән сығарылыш уҡыусылары ял көндәренә бында кире килә, ә ҡайһы берҙәре ирекмән булып ҡала. Йылына бер тапҡыр сығарылыш уҡыусылары осрашыуы үтә.

Балаларҙың үтенесе буйынса проектта сенсор һәм тауыш яҙҙырыу бүлмәләре барлыҡҡа килгән. Үҙәктә даими рәүештә биш-алты кеше эшләй, шул иҫәптән психолог та. Фондтан тыш уларға урындағы эшҡыуар Сергей Шульга (ремонт һәм ҡорамалдар менән ярҙам итә), район хакимиәте ярҙам итә.

Өс көнлөк матбуғат туры үтте лә китте. Ә башта күп төрлө уйҙар ҡалды. Иң мөһиме, беҙ бәләкәй ауыл-ҡалаларҙа ла тормоштоң дауам итеүен, һәләтле һәм амбициялы балаларҙың, уларҙы үҫтерергә әҙер педагогтарҙың булыуын күреп ҡыуандыҡ. Тимченко фонды вәкилдәре лә, Башҡортостанда күргәндәре менән ҡәнәғәт ҡалды һәм артабан да уларҙың гранттарында ҡатнашырға саҡырҙы. Мөмкинлек биргәндә, ситтә ҡалмайыҡ!

Фото: Александр Королев.

Автор:Альфия Мингалиева