

2027 йылдың 1 ғинуарынан Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе ике яңы ярҙам сараһы өсөн яуап бирәсәк. Береһе – почетлы донорҙарға йыл һайын бирелеүсе түләүҙәр, икенсеһе – вакциналарҙан һуң өҙлөгөүҙәргә дусар булған кешеләргә пособиелар. Был яңылыҡ ниндәй үҙгәрештәргә килтерәсәк?
“Бер тәҙрә” принцибына ярашлы, түләүҙәрҙе алыу еңелләшәсәк. Икенсенән, процесс автоматлаштырыла, Социаль фонд мәғлүмәттәрҙе тиҙерәк тикшерәсәк һәм аҡсаны йәһәтерәк тәғәйенләйәсәк. Өсөнсөнән, түләүҙәрҙе, ғаризаһыҙ һәм артыҡ ҡағыҙҙарҙан тыш, тиҙерәк иҫәпләйәсәктәр. Почетлы донорҙарға түләүҙәр күләме федераль кимәлдә тәғәйенләнә һәм йыл һайын индексациялана. “Рәсәйҙең почетлы доноры” йәки “СССР-ҙың почетлы доноры” исемдәренә лайыҡтар быйыл 19 497,68 һум күләмендә аҡса аласаҡ.
Прививка яһатҡандан һуң етди өҙлөгөүҙәргә дусар кешеләргә өс төрлө түләү ҡаралған. 2027 йылдан был пособиеларҙы түләү Социаль фонд ҡарамағына күсә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!