Социаль мәсьәлә
22 Октября , 12:35

Каринэ ХӘБИРОВА: Ошондай үҙәктәр бөтә ил буйынса асылыр, тип өмөтләнәм

Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд ҡалаһында балалар сәләмәтлегенә бағышланған “Балалар именлегенә инвестициялар” саммиты үтте. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Каринэ ХӘБИРОВА: Ошондай үҙәктәр бөтә ил буйынса асылыр, тип өмөтләнәмКаринэ ХӘБИРОВА: Ошондай үҙәктәр бөтә ил буйынса асылыр, тип өмөтләнәм
Каринэ ХӘБИРОВА: Ошондай үҙәктәр бөтә ил буйынса асылыр, тип өмөтләнәм

«Бәхет биләмәһе», «Өфө хосписы», «Воскресенск соборы» хәйриә фондтарының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы составында «Балалар именлегенә инвестициялар: киләсәк быуындар өсөн тотороҡло һәм ғәҙел үҫешкә юл» Бөтә донъя саммиты эшендә ҡатнашты. Сара 21-22 октябрҙә Сәмәрҡәндтә үтте һәм донъяның 100 иленән ҡатнашыусыларҙы йыйҙы.

 Саммиттың төп үҙенсәлеге – унда өлкәндәр менән бер рәттән балалар һәм үҫмерҙәр ҙә ҡатнаша, улар үҙ фекерҙәрен белдерә. Иғтибар үҙәгендә – социаль хеҙмәттәрҙең уңайлылығы һәм сифаты, балалы ғаиләләргә ярҙам саралары, балалар һаулығы һәм иртә үҫеш мәсьәләләре, һәр балаға, сәләмәтлек торошона һәм тормош шарттарына ҡарамайынса, ярҙам ала алырлыҡ шарттар булдырыу, шулай уҡ инклюзив белем биреүҙе үҫтереү.

Шулай уҡ Каринэ Хәбирова II Халыҡ-ара Балалар онкологияһы буйынса конгрестың юғары кимәлдәге сессияһында ҡатнашты. Конгресстың пленар ултырышын беренсе ледиҙар асты; уның сиктәрендә «Балалар яман шешенә ҡаршы көрәш буйынса беренсе ледиҙар коалицияһы» халыҡ-ара инициативаһына старт бирелде.  Конгресс тәжрибә уртаҡлашыу, онкология сирле балаларҙы диагностикалау һәм дауалауҙың заманса ысулдарын тикшереү өсөн төрлө илдәрҙән белгестәрҙе берләштерҙе.

Артабан Каринэ Хәбирова Сәмәрҡәндтә «Имкон» реабилитация үҙәген асыуҙа ҡатнашты. Ул – һаулыҡ йәһәтенән үҙенсәлектәре булған балалар өсөн реабилитация үҙәктәре булған дәүләт ҡарамағындағы күп профилле махсуслаштырылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары селтәре. Бында мәктәпкәсә белем биреү һәм комплекслы реабилитация бергә алып барыла: психологтар, логопедтар һәм дефектологтар менән дәрестәр, дауалау физкультураһы, массаж һәм башҡа процедуралар үткәрелә. Һәр бала өсөн шәхси программа төҙөлә, бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

– Беҙ балалар өсөн бик ҙур реабилитация базаһын күрҙек, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Каринэ Хәбирова. – Бында баланы тотош көнгә ҡалдырырға мөмкин – был ғаиләләргә ҙур ярҙам. Бала бөтә кәрәкле процедураларҙы ала, ә ата-әсәнең аҙ булһа ла буш ваҡыты барлыҡҡа килә. Шулай уҡ төшкө аштан һуң балалар баҡсаһына йөрөмәгән 18 йәшкә тиклемге балалар өсөн реабилитация мөмкинлеге булыуы ла бик мөһим. Ғөмүмән, ошондай үҙәктәр бөтә ил буйынса асылыр, тип өмөтләнәм.

Башҡортостанда ла шундай уҡ алымдар ҡулланыла: беҙҙә 2024 йылдың октябренән республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы асылған 25,7 мең квадрат метр майҙанлы «Салют» Реабилитация-белем биреү комплексы эшләй. Ике йыл эсендә бында 14 мең самаһы бала, шул иҫәптән Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан ярҙам алды. Комплекс составында көнөнә 250 кешегә иҫәпләнгән реабилитация үҙәге, медицина блогы менән стационар, балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәге, 192 урынлыҡ “Йондоҙ” белем биреү үҙәге бар.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова