Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
2 Апрель 2019, 23:53

Үҙ боҙонда үҙе хужа!

“Бөгөн беҙ мотлаҡ еңергә тейеш!” тигән ныҡлы ышаныста көтөп алдыҡ “Салауат Юлаев” менән “Авангард”тың финалдағы сираттағы осрашыуын.

vk.com/coalition
vk.com/coalition
“Бөгөн беҙ мотлаҡ еңергә тейеш!” тигән ныҡлы ышаныста көтөп алдыҡ “Салауат Юлаев” менән “Авангард”тың финалдағы сираттағы осрашыуын.
Уйлағаныбыҙ тормошҡа ашты ла. Беҙҙең команда беренсе осорҙа уҡ күрше ҡапҡаға өс шайба индерҙе! Был, әлбиттә, “Авангард”тың сәмен арттырҙы. Улар икенсе осорҙа иҫәпте 3:1 итеүгә өлгәште.
Әммә “Салауат” үҙ майҙанында үҙе хужа булды бөгөн: уйындың һуңғы минуттарында тигәндәй күршеләрҙең ҡапҡаһына тағы ла ике шайба индерҙе!
Һөҙөмтәлә матчта иҫәп – 5:1. Серияла иһә – 2:1.
Читайте нас: