Силәбе өлкәһенең Төлөк ҡасабаһында ошо көндәрҙә “Болоттарҙан юғары фронт. Ирәмәл” хәрби-тарихи фестивале үтте.
Сараның төп маҡсаты – быйыл йәй Ҡарасәй-Черкес Республикаһында үтәсәк “Болоттарҙан юғары фронт-2019” фестиваленә әҙерләнеү. Фестивалдә ҡатнашыусылар альпинизм һәм эҙәрмәнлек оҫталығына, топография, антропология серҙәренә төшөндө, “Тайга” турбазаһы янындағы ҡаяларға менеү күнекмәләрен үтте. Тәжрибәле инструкторҙар эҙәрмәндәр араһында ярыш ойошторҙо.
Еңеүселәргә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы миҙалдары, Почет грамоталары тапшырылды.
Сара барышында Төлөк ҡасабаһы уҡыусылары өсөн Батырлыҡ дәресе үткәрелде. Фестивалдә Башҡортостандан, Сыуашстандан, Силәбе һәм Владимир өлкәләренән, Санкт-Петербургтан 83 эҙәрмән һәм реконструктор ҡатнашты.