Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
3 Апрель 2019, 18:30

Көрәш батырына арнала

12-14 апрелдә Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа ошо төбәктең билдәле көрәшсеһе Ғаззали Үтәшевтең тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған республика көрәш бәйгеһе үтә.

12-14 апрелдә Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа ошо төбәктең билдәле көрәшсеһе Ғаззали Үтәшевтең тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған республика көрәш бәйгеһе үтә.
Ғаззали батырҙың даны үҫмер сағында уҡ Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ яҡтарына, Ырымбур тарафтарына тарала. 16 йәшлек сағында бер ҙур йыйында көрәшеп, бер-бер артлы 15 көрәшсене еңеп, халыҡты хайран ҡалдыра ул.
Сара барышында Ғаззали Ғимаҙетдин улы Үтәшевтең исемен мәңгеләштереү маҡсатында район үҙәгендә батырға бюст ҡуйыласаҡ.