Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
3 Апрель 2019, 14:09

Ҙур уйынға ҡушылығыҙ!

Йәйгеһен Өфө ҡалаһы сит илдәрҙән ҡунаҡтар көтә. Ә хужалар булараҡ, ҡунаҡсыллығыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ.

Йәйгеһен Өфө ҡалаһы сит илдәрҙән ҡунаҡтар көтә. Ә хужалар булараҡ, ҡунаҡсыллығыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ.
53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары хөрмәтенә “Ҙур уйын” тигән проект иғлан ителде. Ярыштар ваҡытында һәр ил командаһы ошо сарала ойошторолған фан-клубтар ярҙамына ышана ала.
Ҡатнашыусылар ике этапты һәм финал өлөшөн үтергә тейеш. Тәүгеһендә – ижади конкурста – улар “Ҙур уйын”дың социаль селтәрҙәрҙәге рәсми төркөмдәрендә ҡушылған эште башҡарырға тейеш. Маҡсат – ҡаланың матурлығын күрһәтеү. Һәр эште башҡарған өсөн мәрәй яҙыла һәм 31 майҙа иң күп балл йыйған еңеүсе билдәләнә.
Икенсе этап 1 июндә старт ала. Унда йәйге лагерҙар тәрбиәләнеүселәре ҡатнашасаҡ. Еңеүселәр Халыҡ-ара балалар уйындарын ябыу тантанаһында почетлы ҡунаҡ сифатында тамашасы буласаҡ.
Махсус конкурстарҙа иң яҡшы тип табылғандар Уйындарҙың балалар матбуғат үҙәге хәбәрселәре булып сығыш яһаясаҡ, әүҙемдәр фан-зонаның трибуналарына эләгеү бәхетен татыясаҡ.
Читайте нас: