Спорттың уҡ атыу төрө көндән-көн популярлыҡ яулай, айырыуса уҡыусыларҙың уға ылығыуы ҡыуандыра.
Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы балалары, республикабыҙҙың төньяҡ райондарынан тәүгеләрҙән булып, үҙҙәрен мәргәнлектә һынаны. “Уғатар” төбәк этнотурында Ҡарткиҫәк урта мәктәбенең XI класс уҡыусыһы Гөлнур Гәрәева призлы урын яуланы.
Ярыш республикабыҙҙың 100 йыллығына арналды. Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин һөйләүенсә, ҡыҙҙар һәм егеттәр сәләмәт тормош яҡлы, уларҙың спортҡа күпләп тартылыуы һөйөндөрә.