Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
8 Апрель 2019, 00:51

Йәштәре көслө икән – ил бәҫле

Баймаҡ районының Урғаҙа ауылындағы “Байсура” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин, БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы Юрий Моряков иҫтәлегенә һәм “Ленин” орденлы “Йылайыр” совхозының барлыҡҡа килеүенә 90 йыл тулыуға арналған бокс ярыштары үтте.

Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.

Сара 2006 – 2011 йылдарҙа тыуған йәш спортсылар араһында ойошторолдо, унда Урал аръяғы райондарынан 66 бала ҡатнашты. Урғаҙалағы бокс буйынса тренер Илдус Ғөбәйҙуллин әйтеүенсә, ярышҡа килгәндәрҙең барыһы ла юғары әҙерлекле. Был йәһәттән бигерәк тә Әбйәлил, Хәйбулла, Сибай боксерҙары айырылып торҙо.

“Бындай турнирҙы беҙ йыл һайын үткәрәбеҙ. Ҡатнашырға теләүселәр һәр саҡ күп була. Урындарҙағы төрлө шарттарға ҡарамаҫтан, уҡыусыларын юғары кимәлдә әҙерләп алып килгән тренерҙарға ҙур рәхмәт”, – ти Илдус Ғөбәйҙуллин.

Һөҙөмтәләргә килгәндә, төрлө йәш категориялары буйынса беренсе урындарҙы Анатолий Модин (Урғаҙа), Азамат Нәҙершин (Урғаҙа), Артем Емилиянов (Сибай), Рамазан Юланов (Аҡъяр), Арыҫлан Ласынов (Күсей), Семен Шарыгин (Сибай) яуланы.

Еңеүселәрҙең барыһына ла Маҡтау ҡағыҙҙары, кубоктар тапшырылды.
Читайте нас: