Спорт һәм туризм
10 Апреля 2019, 15:59

Баймаҡ ҡыҙы – Рәсәй йыйылма командаһында!

Баймаҡ ҡалаһындағы 1-се мәктәптең IX класс уҡыусыһы Регина Нурмөхәмәтова Анапа ҡалаһында 15-16 йәшлек ҡыҙҙар араһында үткән бокс буйынса Рәсәй беренселегендә ҡатнашты.

Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Баймаҡ ҡалаһындағы 1-се мәктәптең IX класс уҡыусыһы Регина Нурмөхәмәтова Анапа ҡалаһында 15-16 йәшлек ҡыҙҙар араһында үткән бокс буйынса Рәсәй беренселегендә ҡатнашты.
Уның ауырлыҡ категорияһында илдең төрлө төбәктәренән 17 спортсы һынау тотҡан. Сәмле алышта Баймаҡ ҡыҙы дүртенсе урынды яулап, Рәсәйҙең йыйылма командаһы составына ингән.
Был Регинаның тәүге еңеүе түгел. Боксты үҙ иткән ҡыҙ ошоға тиклем Бөтә Рәсәй ярыштарында – икенсе, Волга буйы федераль округында – беренсе, “Бөтә Рәсәй Олимпия өмөтө” ярышында өсөнсө урынды яулай. Башҡортостан беренселегендә һәр саҡ ҙур уңыштарға өлгәшә. Йәш спортсыны төрлө йылдарҙа Дастон Рөстәмов, Алексей Евстигнеев, Ғәйфулла Сарин кеүек юғары категориялы тренерҙар өйрәтә.
Маҡсатҡа ынтылышлы, көслө ихтыярлы Баймаҡ ҡыҙына артабан да оло еңеүҙәр һәм алда торған дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыуын теләйбеҙ.
Читайте нас