Ауырғазы районының Көйәҙебаш ауылында район хакимиәтенең элекке башлығы Марат Ишемғолов иҫтәлегенә шашка-шахмат турниры үтте.
50-гә яҡын уҡыусының Ботвинник, Карпов, Крамник исемдәре менән данланған мауыҡтырғыс уйынды үҙ итеүе яҡшы күренеш. Аҡыл, зирәклек талап иткән уйынға күберәк йәш спортсыларҙың йыл һайын ылығыуы күҙәтелә.
Ауырғазыларҙың күңелендә йылы хәтирәләр генә ҡалдырған етәксе Марат Ишемғоловтың яҡты иҫтәлегенә икенсе йыл рәттән турнир үткәрелеүе маҡтауға лайыҡ. Логика, фантазия, аҡыл талап иткән уйында түҙемлелек, зирәклек күрһәткән спортсылар еңеүгә өлгәште һәм иҫтәлекле приздарға лайыҡ булды.