Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
11 Апрель 2019, 16:06

Йәш көрәшселәр көс һынаша

Октябрьский ҡалаһында 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында грек-рим көрәше буйынса Волга буйы Федераль округының беренселеге башланды. Сара Ватан Геройҙары иҫтәлегенә арналған.

Октябрьский ҡалаһында 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында грек-рим көрәше буйынса Волга буйы Федераль округының беренселеге башланды. Сара Ватан Геройҙары иҫтәлегенә арналған.
Тәүге көндә ярыштар менән бер рәттән, бәйгене тантаналы асыу сараһы ла үтә. Уның алдынан ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар ҡаланың “Һалдат Уйҙары” мемориаль ансамбленә, Мәңгелек утҡа сәскәләр һаласаҡ, шулай уҡ, 150 мәктәп уҡыусыһын “Юнармия” төбәк хәрәкәте сафына ҡабул итәсәктәр.
Абруйлы бәйгелә Рәсәйҙең 13 төбәгенән 350 йәш спортсы ҡатнаша. Башҡортостан командаһында – 75 кеше, улар – Өфө, Октябрьский, Белорет, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Яңауыл, Ағиҙел, Бәләбәй ҡалаларында урынлашҡан спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре.
Сара һөҙөмтәләре буйынса, еңеүселәр һәм призерҙар 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселегендә көс һынашасаҡ, бәйге Владимир ҡалаһында майҙа уҙасаҡ.
Читайте нас: