Белорет ҡалаһында “Чемпиондар балы” үтте.
Унда сығышында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Андрей Иванюта белореттарҙың төрлө кимәлдәге ярыштарҙа һынатмауын билдәләне һәм спортсыларға, тренерҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Урындағы хакимиәт башлығы Владислав Миронов киләсәктә спорт объекттарының матди-техник хәлен нығытыуға иғтибар көсәйәсәген белдерҙе. Тимәк, чемпиондар тағы ла артасаҡ.
Сарала юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән спортсыларға һәм тренерҙарға Почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды.