Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Апрель 2019, 12:38

Маҡсатлы, тимәк, еңәсәк

Иглин районының Сыуаш Ҡобау ауылынан IX класс уҡыусыһы Августина Иванова ирекле көрәш менән өс йыл шөғөлләнә.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Иглин районының Сыуаш Ҡобау ауылынан IX класс уҡыусыһы Августина Иванова ирекле көрәш менән өс йыл шөғөлләнә.


Тырыш ҡыҙ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә был спорт төрө буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүгә өлгәшә. Республикала уҙған бәйгеләрҙә ул инде ике йыл рәттән еңеүҙәр яулай. Шулай уҡ Башҡортостан намыҫын Рәсәй беренселектәрендә яҡлай. Ульяновск, Силәбе өлкәләрендә уҙған Волга буйы федераль округы беренселегендә еңеү яулап ҡайта.


Августина ирекле көрәш буйынса беренсе разрядҡа эйә.


“Быйыл Рәсәй беренселегендә еңергә тырышасаҡмын. Уңыштарым өсөн Геннадий Алексеевич Ивонинға, әсәйем Наталья Николаевнаға рәхмәт, – ти Августина.


Ҡыҙҙың маҡсаттары ҙур, тимәк, оло еңеүҙәре алда әле.
Читайте нас: