Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Апрель 2019, 13:33

Булыр бала – биләүҙән

Октябрьский ҡалаһында 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында грек-рим көрәше буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге үтте. Сара Ватан Геройҙары иҫтәлегенә арналды.

Октябрьский ҡалаһында 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында грек-рим көрәше буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге үтте. Сара Ватан Геройҙары иҫтәлегенә арналды.


Бәйгене асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтханов, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары, Олимпия уйындарының биатлон буйынса бронза призеры Павел Мөслимов, грек-рим көрәше буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, Олимпия уйындары, Европа беренселегенең алты тапҡыр чемпионы Алексей Мишин һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар, билдәле спортсылар ҡатнашты.


Тәүге көндә ярыштар менән бер рәттән бәйгене тантаналы асыу сараһы ла үтте. Уның алдынан ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар ҡаланың “Һалдат уйҙары” мемориаль ансамбленә, Мәңгелек утҡа сәскә һалды шулай уҡ урындағы 150 мәктәп уҡыусыһын “Юнармия” төбәк хәрәкәте сафына ҡабул итте.


Абруйлы бәйгелә Рәсәйҙең 13 төбәгенән 350 йәш спортсы ҡатнашты. Башҡортостан командаһындағы 75 кеше – Өфө, Октябрьский, Белорет, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Яңауыл, Ағиҙел, Бәләбәй ҡалаларында урынлашҡан спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре.


Өс көн дауамында барған көсөргәнешле ярышта яҡташтарыбыҙ һынатманы – алты кеше призлы урындар яуланы. Бына улар: 110 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Артем Путенихин (Өфө), 68 килограмға тиклемге үлсәмдә Руслан Ғәлимов (Октябрьский) – беренсе урында; 44 килограмға тиклем ауырлыҡтағылар араһында Кирилл Балако (Октябрьский) икенсе урынды алды; 92 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Жора Оганесян (Белорет), 38 килограмға тиклемгеләр араһында Алмаз Мәжитов (Октябрьский), 32 килограмм ауырлыҡтағылар араһында Кирилл Кандалин (Октябрьский) өсөнсө урындарҙы яуланы.


Был алты йәш спортсы 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселегендә көс һынашасаҡ. Бәйге Владимир ҡалаһында май айында уҙасаҡ.
Читайте нас: