Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Апрель 2019, 13:19

Ҡул көсөнөң сере ниҙә?

Тәтешле районының Бүл-Ҡайпан ауылы спорт залында ауылдар һәм предприятиелар араһында армрестлинг буйынса ярыш ойошторолдо. Сара Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау көнөнә арналды.

Тәтешле районының Бүл-Ҡайпан ауылы спорт залында ауылдар һәм предприятиелар араһында армрестлинг буйынса ярыш ойошторолдо. Сара Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау көнөнә арналды.


Район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев билдәләүенсә, йәштәрҙең һәр төрлө спортҡа ылығыуы һөйөндөрә, шулай уҡ ҡул көсөн һынап ҡараған, был тәңгәлдә үрҙәр яулаған батырҙар һаны артҡандан-арта. Ғөмүмән, спорт – тәү сиратта дөрөҫ йәшәү, һәр йәһәттән дә тәртип яратыу тигәнде аңлата, уның менән шөғөлләнгән бала маҡсатына еңел өлгәшә.


Түбәнге Балтас ауылы командаһына I урын бирелде, шулай уҡ бүтән еңеүселәр ҙә иҫтәлекле бүләктәр алып шатланды.


Фото: Тәтешле районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: