Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Апрель 2019, 12:08

Иң шәп йүгереүсе

Өфөлә үткән VI халыҡ-ара йүгереү марафонында Баймаҡ данын Алһыу Байегетова яҡланы һәм беренсе урынды яуланы. 21 километрға йүгергән был ханымға ҡарап һис тә алтмыш йәш бирерлек түгел.

Өфөлә үткән VI халыҡ-ара йүгереү марафонында Баймаҡ данын Алһыу Байегетова яҡланы һәм беренсе урынды яуланы. 21 километрға йүгергән был ханымға ҡарап һис тә алтмыш йәш бирерлек түгел.
Спорт менән бала саҡтан шөғөлләнгән Алһыу Илгиз ҡыҙы өсөн йүгереү күптән инде тормош рәүешенә әйләнгән. Аҡморон һәм күрше Сәйғәфәр ауылдары юлында һәр иртә йүгергән был ҡатынды барыһы ла танып бөткән. Йәйен-ҡышын ул үҙенең яратҡан шөғөлөн ташламай. Йәш, дәртле, һәр саҡ тормошҡа оптимист булып ҡалырға ла йүгереү ярҙам итә, ти ул.


– Еңел атлетикаға һөйөү атай-әсәйемдән килә. Атайым саңғы ме­нән йөрөүҙе үҙ итә, әсәйем йү­герә торғайны. Уға ҡарап, балалары ла спортты яратты, сәләмәт тормошто үҙ итте. Хәҙер был һө­йөүҙе үҙ балала­рыбыҙға тапшы­рабыҙ. Баштараҡ 10 километр алыҫ­лыҡтағы дистанцияла ҡатна­ша торғайным, аҡрынлап был һан­ды арт­тырҙым, әле 21 кило­метрҙа үҙемде һынап ҡараным. Һәр көн йүгерергә тырышам, бер көн ҡалдырһам, һауа етмәгән кеүек тоям, “тонсоға” башлайым, – тип йылмая Алһыу ханым.


Алһыу Байегетова төрлө ярыштарҙа ихлас ҡатнаша, Өфөлә үткәне – уның алтынсы ҙур марафоны. Тик Баймаҡ данын яҡлаған йүгеректең проблемалары ла юҡ түгел. Билдәле булы­уынса, ошондай халыҡ-ара марафондарҙа һәр ҡатна­шыу­сыға үҙ иҫәбенән билдәле сумма индерергә, юл сығымдарын да ҡап­ларға тура килә. Шунлыҡтан те­ләге булып та, матди яғы мөм­кинлек бирмәгән күп спортсылар төрлө ярыштарҙа ҡатнаша алмай. Райондың данын күтәрерлек, уны төрлө ҡитғаларҙа танытырлыҡ спортсыларҙы бергә туплап, транспорт менән ярҙам иткәндә, матди ярҙам күрһәткәндә, Алһыу Илгиз ҡыҙы кеүек йүгереүселәр тағы ла күберәк булыр ине.

Әле райондың иң шәп йүге­реүсеһе 21 апрелдә Сибай ҡалаһында үтәсәк мара­фонға әҙерләнә.


Баймаҡ районы.
Читайте нас: