Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Апрель 2019, 22:59

“Москалевтың бөгөн ни ҡылғанын аңлатыу мөмкин түгел”

“Өфө” менән “Арсенал” араһындағы матчтың баш арбитры Владимир Москалев командаларҙың уйынын бер төрлө баһаламаны, тип белдерҙе клубтың генераль директоры Шамил Ғәзизов.

"Башинформ"дан алынды.
"Башинформ"дан алынды.
“Өфө” менән “Арсенал” араһындағы матчтың баш арбитры Владимир Москалев командаларҙың уйынын бер төрлө баһаламаны, тип белдерҙе беҙҙең клубтың генераль директоры Шамил Ғәзизов.
“Минең субъектив фекерем шул – Москалевтың бөгөн майҙанда ни ҡылғанын аңлатырлыҡ түгел, – тине ул. – Беҙ үҙебеҙ ике хата яһаныҡ, “Арсенал”ға беренсе таймда өҫтөнлөктө тапшырҙыҡ. Ләкин судъяның ҡарары – ҡағиҙә боҙоу осрағы беҙҙә – 23, уларҙа 3 тип иҫәпләү – дөрөҫ түгел, улай булмай! Аңлайым, “Арсенал” һәйбәт уйнаны, әммә ул беҙҙең кимәлдәге команда, бында судъялыҡҡа рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ”.
Ғәзизов “Өфө”нөң премьер-лигала урынын һаҡлай алырына шикләнмәй.
“Барыһы ла яҡшы булырына ышанам. Әгәр инде был арбитр беҙҙә судъя вазифаһын йыш үтәһә, ҡыйын буласаҡ. Ләкин барыбер үҙебеҙҙең бурысыбыҙҙы үтәйәсәкбеҙ”, – тип билдәләне ул.
Читайте нас: