Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
21 Апрель 2019, 12:51

Балалар ярышып та өлгөрҙө

Авструм Сибай ярыммарафоны алдынан Еңеү паркында балалар өсөн йүгереү ойошторолдо. Өсөнсө йыл рәттән был сара Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты Денис Назаровтың башланғысы менән үтә.

Фото: Евгения Дәүләтова.

Ярышта дүрт – туғыҙ йәшлек балалар ҡатнашты. Иң бәләкәйҙәр өсөн 100 метр ара һайланһа, урта звеноға ике тапҡырға күберәк булды, ә 8-9 йәшлектәр 600 метрға йүгерҙе.
Сарала ҡатнашҡан һәр кемгә брендлы балалар миҙалдары тапшырылды.
Ун йәше тулғандар иһә бөгөн ҡалала үтәсәк Авструм Сибай ярым марафонында өлкәндәр менән бергә ҡатнаша.
Читайте нас: