Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
21 Апрель 2019, 20:59

Меңгә яҡын кеше йүгерҙе

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Аструм Сибай ярыммарафоны” уҙышында ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Аструм Сибай ярыммарафоны” уҙышында ҡатнашты.
Был сара республика буйынса Bashrun еңел атлетика йүгерештәре серияһын асты.
Йүгереүҙә меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Улар араһында Башҡортостандан ғына түгел, ә Алтай, Пермь крайҙарынан, Киров, Мәскәү, Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан, Әрмәнстандан, Ҡаҙағстандан килгәндәр бар ине.
Һайлау өсөн өс дистанция тәҡдим ителде: 21,1, 10 һәм ике саҡрымға.
Читайте нас: