Бәйгелә 15 команда ҡатнашты. Программала 30 метрға йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, кросс, турникта күтәрелеү һәм башҡа спорт төрҙәре. Урта дөйөм белем биреүсе мәктәптәр араһында Наратаҫты, Аҡбарис, Ерекле ауылдары командалары еңеүселәр рәтенә сыҡты. Төп дөйөм белем биреүсе мәктәптәр араһында Аҫҡы Ташлы, Мишәр, Нөрәй ауылдары командалары алдынғылыҡты бирмәне.