Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Ағиҙел” хоккей командаһы һәм тренерҙар штабына ҡотлау телеграммаһы юллаған: улар икенсе йыл рәттән Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогына лайыҡ булды.
Телеграммала ошондай һүҙҙәр бар:
“Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе ысын күңелдән Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының финал серияһындағы хәл иткес матчта еңеүегеҙ һәм Кубок яулауығыҙ менән ҡотлайым!
Икенсе йыл рәттән һеҙ үҙегеҙҙең оҫта чемпиондар уйыны менән спорт яратҡан барлыҡ республика халҡына ҙур шатлыҡ килтерәһегеҙ. Етди дәғүәселәр менән көрәштә юғары оҫталыҡ, рух ныҡлығы һәм тырышлыҡ күрһәттегеҙ”.
Шулай уҡ телеграммала Радий Фәрит улы тренерҙар Денис Афиногенов менән Сергей Трудаковҡа, етәкселек һәм техник персоналға спорсыларҙы яҡшы әҙерләгәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткергән.
Фото utv.ru сайтынан алынды.