2022 йылда Өфөнөң волейбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итеүе ихтимал. Әммә Халыҡ-ара волейбол федерацияһы ниндәй ҡарар ҡабул итеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостандың баш ҡалаһында Волейбол үҙәге төҙөү күҙаллана.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, үҙәкте асыу өсөн 1,5–2 миллиард һум аҡса талап ителә. Әле ведомство инвесторҙар эҙләй.
Волейбол үҙәген Калинин паркында һалырға ниәтләйҙәр. махсус майҙансыҡтан тыш, унда 140 урынлыҡ интернат, фитнес үҙәге, бассейн, йүгереү юлдары, спорт майҙансыҡтары һәм ял зонаһы буласаҡ.
Фото bashinform.ru сайтынан алынды.