Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
26 Апрель 2019, 21:05

Кем көслөрәк?

Үрге Йәркәйҙә армрестлинг буйынса Башҡортостандың Асыҡ беренселеге үтте. Өфө һәм Дүртөйлө ҡалаларынан, Баҡалы, Балтас, Краснокама һәм Саҡмағош райондарынан 65 спортсы көс һынашты.

Үрге Йәркәйҙә армрестлинг буйынса Башҡортостандың Асыҡ беренселеге үтте. Өфө һәм Дүртөйлө ҡалаларынан, Баҡалы, Балтас, Краснокама һәм Саҡмағош райондарынан 65 спортсы көс һынашты.


Яңы Балтас командаһына Саҡмағош районының данын яҡларға тура килде. Х класс уҡыусыһы Раил Ханов, Рәсәй чемпионын еңеүгә өлгәшеп, юниорҙар араһында финалда беренселекте яуланы. VII класс уҡыусыһы Нияз Әнүәров үҫмерҙәр араһында маҡтаулы икенсе урынды алды.


Спортсыларҙы ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ, яңы үрҙәрҙе яуларға насип булһын!


Фото: Саҡмағош районы хакимиәте сайтынан.