Кисә Швецияла үҫмерҙәр араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Унда 2001 йылғы егеттәр уйнаны.
Рәсәй йыйылма командаһы һуңғы ун йылда тәүгә финалда уйнаны. Йәл, беҙҙекеләр хужаларҙан 3:4 иҫәбенә еңелде.
Әммә үҫеп килгән шәп хоккейсыларға ҡарап ҡыуанмаҫлыҡ түгел. Бигерәк тә Башҡортостан егеттәренә. “Толпар” командаһынан һөжүм итеүсе Родион Әмиров менән һаҡсы Семен Чистяков үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Родион хатта чемпионаттың символик йыйылма командаһына индерелде. Ете уйында туғыҙ мәрәй, ярымфиналда һәм финалда өс гол... Күҙ теймәһен, юлаевсыларға шәп алмаш үҫә!
Родион Ишембайҙа тыуған, спорт карьераһын күрше Салауат ҡалаһында башлаған, аҙаҡ үҙен Өфөгә саҡырғандар.