Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Апрель 2019, 23:08

Атай-әсәй менән бергәләп

Баймаҡтың Йәш техниктар станцияһында Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан “Атай, әсәй һәм мин – шашка уйнаусы ғаилә” ярышы үтте.

Зилә Вилданова фотоһы.
Зилә Вилданова фотоһы.
Баймаҡтың Йәш техниктар станцияһында Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан “Атай, әсәй һәм мин – шашка уйнаусы ғаилә” ярышы үтте.


Сараға ҡала мәктәптәренән шашка түңәрәгенә йөрөгән 1-се класс уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре саҡырылғайны. Өлкәндәр һәм балалар араһындағы ярыштар бик көсөргәнешле, сәмле барҙы.
Һөҙөмтәләр буйынса иң шәп уйнаған атайҙар, әсәйҙәр билдәләнде. Ҡыҙҙар араһында иһә беренселекте Эльвина Аҡбулатова, икенсе урынды Самира Хәсәнова, өсөнсөнө Эльза Ҡасимова яуланы. Малайҙарҙан иң көслөләр тип Раян Исчурин, Ислам Усманов һәм Ислам Хисмәтуллин табылды.


Еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары, приздар менән бүләкләнде. Ата-әсәләр күңелле ял ойошторғаны өсөн түңәрәк етәксеһе Зилә Вилдановаға ҙур рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: