Өфөнөң “Нефтсе” спорт комплексында 2 майҙа ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә бокс буйынса төбәк-ара ярыштар тантаналы асылды.
Унда илебеҙҙән ике йөҙ тирәһе спортсы, шулай уҡ Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан боксерҙар ҡатнаша. Турнир “Б” класслы – унда спорт мастерына кандидат исеме өсөн алышалар. Был ярыш 41-се тапҡыр үткәрелә.
Турнир алдынан Еңеү паркындағы Муса Гәрәев һәйкәленә сәскәләр һалынды, унда республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов ҡатнашты.
“Муса Гәрәев – легенда, республикабыҙ йәштәре күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән шәхес, – тине ведомство етәксеһе. – Турнир 41-се тапҡыр үткәрелә икән, тимәк, ул Волга буйы федераль округы өсөн дә, Башҡортостан өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә”.
Турнир 5 майға тиклем дауам итә. “Нефтсе” спорт комплексына инеү ирекле. Ярыштар иртәнге сәғәт 10-да башлана.