Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Май 2019, 17:31

“Легионер”ҙар ауылда тыуа

Баш ҡалала “Юность” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында ушу-саньда буйынса асыҡ ҡала турниры үтте.

Баш ҡалала “Юность” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында ушу-саньда буйынса асыҡ ҡала турниры үтте.


Ярыштарҙа Саҡмағош районының “Легион” клубы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашып, спорттың ошо төрө буйынса оҫталығын күрһәтте.


Ауылда тыуып үҫкән “легионер”ҙарҙың ныҡышмалылығына, таһыллығына иҫең китер – ярыш һөҙөмтәләре буйынса улар республикала беренсе урынды яуланы. Белешмә өсөн: ушу-саньда – ҡытайҙарҙың спорт стилендәге ҡул көрәше сәнғәте, ярыштар төрлө ауырлыҡ категорияһында үткәрелә.


Фото: Саҡмағош районы хакимиәте сайтынан.