Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
7 Май 2019, 22:45

Һауыҡтырыу хеҙмәттәре өсөн – һалым ҡайтармаһы

Рәсәй Президенты Владимир Путин ағымдағы йылдың 2 декабренә тиклем һауыҡтырыу хеҙмәттәре өсөн һалым ҡайтармаһы алыу мөмкинлеген биргән закон проекттары эшләргә ҡушты.

Фото: mtdata.ru
Фото: mtdata.ru
Рәсәй Президенты Владимир Путин ағымдағы йылдың 2 декабренә тиклем һауыҡтырыу хеҙмәттәре өсөн һалым ҡайтармаһы алыу мөмкинлеген биргән закон проекттары эшләргә ҡушты.


Был бурыс Физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышы йомғаҡтары нигеҙендә ҡуйылды.


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ул ултырышта Владимир Путин физкультура һәм спортты үҫтереүҙең властың өҫтөнлөклө бурыстарының береһе тип атаны, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә әүҙемерәк йәлеп итеү мөһимлеген билдәләне, бының өсөн тейешле инфраструктура булдырыу кәрәклеген әйтте.


“Һуңғы ун йылда илебеҙҙә спортҡа ылыҡҡандарҙың һаны 17-нән 40 процентҡа тиклем күтәрелеп, 54 миллионға етте, – тине Рәсәй Президенты. – 2024 йылға ил халҡының 55 процентын спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итергә кәрәк”.


Документтар ҡабул ителһә, һалым ҡайтармаһын 2020 йылдың ғинуарынан ала башларға мөмкин буласаҡ.

Читайте нас: