Бөйөк Еңеү көнөнә арнап Йылайырҙа ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр командалары араһында баскетбол буйынса асыҡ турнир үтте.
Ярыштың иң яҡшы уйынсыһы исеменә Гүзәл Биктимерова менән Искәндәр Искәндәров лайыҡ булды.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынды – Йылайырҙан Н. Ириков исемендәге мәктәп, ир-егеттәрҙән “Old stars” командалары алды.