Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Май 2019, 19:53

Халыҡ-ара ярыштарҙы үткәрергә әҙербеҙ

Өфөлә 9 июлдән 14-нә тиклем уҙасаҡ 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыу өсөн ғариза биреү осоро тамамланды. Унда планетаның 30 иленән 85 ҡала ҡатнашасаҡ.

Өфөлә 9 июлдән 14-нә тиклем уҙасаҡ 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыу өсөн ғариза биреү осоро тамамланды. Унда планетаның 30 иленән 85 ҡала ҡатнашасаҡ.


– Мин донъяның төрлө мөйөштәренән килгән йәштәштәрем менән көс һынашыу өсөн уйындар башланыуын түҙемһеҙлек менән көтәм. Айырыуса Рәсәйҙең Өфө ҡалаһы менән танышҡым килә. Был бик мауыҡтырғыс сәйәхәт булыр тип уйлайым, мин бик шатмын, – ти Австралияның Лейк-Маккуори ҡалаһынан 14 йәшлек йөҙөүсе Райли Перри.


Ярыштарға Өфө командаһы ла бик әүҙем әҙерләнә. Спортсыларыбыҙ барлыҡ ярыш төрҙәрендә лә ҡатнашасаҡ. Улар - еңел атлетика, йөҙөү, фехтование, грек-рим көрәше, дзюдо, ҡаяға үрмәләү, футбол, баскетбол һәм пляж волейболы.


Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк: Өфө ҡышҡы ла, йәйге лә Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул иткән беренсе ҡала буласаҡ. Ҡышҡы уйындар баш ҡалабыҙҙа 2013 йылда үткәйне.


Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас: