Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Өфөлә “ЗаБег.РФ” Бөтә Рәсәй ярыммарафоны үтте.
Был сара илдең 19 ҡалаһында ойошторолдо, йүгереүгә барлығы етмеш меңдән ашыу кеше сыҡты. Өфөлә – 1600.
Старт һәм финиш “Торатау” конгресс-холы майҙанында булды. Спорт һөйөүселәр 2, 5, 10 һәм 21 саҡрым дистанцияларға йүгерҙе. Уларҙың һәр береһе футболка менән бүләкләнде, ә финишҡа еткәндәргә үҙенсәлекле миҙал да бирелде.
Ярыммарафонда еңеүсе тип танылған ҡала почетлы титул яулаясаҡ.