Шаран төбәгендә 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы титулын яулаған Рима Баталова ойошторған “Спорт легендаһы” район-ара еңел атлетика бәйгеһе үтте.
Кроста төрлө йәш категорияһындағы 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар Туймазы, Стәрлетамаҡ, Баҡалы, Мишкә, Илеш, Шаран райондарынан килгәйне.
Сараны балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре башлап ебәрҙе, йәшенә ҡарап, төрлө дистанцияларҙы 35 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар үтте.
Еңел атлетиканы үҙ итеүселәрҙе ҡотларға РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова үҙе һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар килгәйне.
– Кросс быйыл 11-се тапҡыр үтте. Кешеләр унда ихлас ҡатнаша, тимәк, беҙ дөрөҫ юлда, – тине ул сара хаҡында.
Еңеүселәр грамота һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды.
Рима Баталова ошо уҡ көндә Шаран ауылында Йәштәр аллеяһына нигеҙ һалыуҙа ҡатнашты. Әйтеүенсә, улар ултыртҡан ағастар киләсәктә урманға әүерелер, ауыл халҡының яртҡан урынына әйләнер.
Фото proekty.er.ru сайтынан.