Башҡортостан
-3 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Спорт һәм туризм
21 Май 2019, 16:28
Хеҙмәткә һәм илде һаҡларға әҙерһеңме?
Иҫке Балтас ауылындағы “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексынан кеше өҙөлмәй. Уның шулай булыуына аптырайһы түгел, сөнки бында етәкселек эште дөрөҫ ойошторған.
Иҫке Балтас ауылындағы “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексынан кеше өҙөлмәй. Уның шулай булыуына аптырайһы түгел, сөнки бында етәкселек эште дөрөҫ ойошторған.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә унда республиканың 100 йыллығы хөрмәтенә Бөтә Рәсәй физкультура-һауыҡтырыу комплексының фестивале уҙҙы.
Балтас район Советы рәйесе, “Балтач таңнары” гәзитенең баш мөхәррире Рөстәм Вәлиевтең һүҙҙәренә ҡарағанда, ярышта 13 коллективтан 80 кеше ҡатнашҡан. Һәр кем ГТО нормативын үтәү өсөн бар көсөн һалған. Гер күтәреү, турникта күтәрелеү, урындан һикереү, электрон ҡоралдан атыу, йөҙөү һәм башҡа төрлө бәйгеләр – шуға асыҡ миҫал. Рөстәм Мәүләүи улы былтыр ГТО нормативтарын үтәгән сәмселдәргә “алтын” билдәләр тапшырҙы.
– Спортта алдынғылыҡты бирмәгәндәр хеҙмәт урындарында ла һынатмай, төбәктә олоһо ла, кесеһе лә сәләмәт тормош яҡлы, – тип һөйләй заманында һабантуйҙарҙа еңеп, йыш һарыҡ алған Ислам бабай.
Балтас районы.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.