Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
31 Май 2019, 22:16

"Йондоҙ" менән бергә

“Берҙәм Рәсәй” партияһы проектына ярашлы үткән төбәк-ара “Йондоҙ менән зарядка” акцияһына баймаҡтар әүҙем ҡушылды.

Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы проектына ярашлы үткән төбәк-ара “Йондоҙ менән зарядка” акцияһына баймаҡтар әүҙем ҡушылды.
Бөгөн иртә менән сәләмәтлек эстафетаһында 500-гә яҡын кеше ҡатнашты. Күнекмәләрҙе Сибайҙан килгән спорт йондоҙо, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, өс тапҡыр СССР кубогын, алты мәртәбә Рәсәй чемпионы исемен яулаған еңел атлетика буйынса спорт мастеры Фәнил Әминев алып барҙы.
Сәләмәт тормошто пропагандалаған, спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән был акцияны Баймаҡ районы бөрйәндәрҙән ҡабул итте. Артабан ул Хәйбуллала үтәсәк.
Билдәле булыуынса, “Йондоҙ менән зарядка” акция-эстафетаһы бар республиканы урап сыҡҡас, уға сентябрҙә йомғаҡ яһаласаҡ. Был сарала төрлө номинациялар буйынса еңеүселәрҙе билдәләү көтөлә.
Читайте нас: