Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
7 Июнь 2019, 20:16

Американдарҙың теләге бойомға ашырмы?

Волейбол һөйөүселәрҙең шатлығы сикһеҙ: 7 – 9 июндә Өфөлә Милләттәр лигаһы матчтары үтә.

Волейбол һөйөүселәрҙең шатлығы сикһеҙ: 7 – 9 июндә Өфөлә Милләттәр лигаһы матчтары үтә.


Өс көн буйы баш ҡалалағы “Өфө-Арена”ла Рәсәй, Италия, АҠШ һәм Португалия командалары уйнаясаҡ. АҠШ командаһы тренеры кисә үткәрелгән матбуғат конференцияһында: “Бөтә командалар ҙа көслө, әммә өс матчта ла еңергә тырышасаҡбыҙ”, – тигәйне. Әйткәндәй, Американың Олимпия комитеты матди сығымдарҙы үҙе ҡаплай. Унда беҙҙәге кеүек волейболға дәүләт ярҙамы күрһәтелмәй икән.


Былтыр Өфөлә уҙған “Милләттәр лигаһы”нда илебеҙ командаһы Ҡытай, Иран һәм Бразилия командалары менән уйнағайны. Быйыл нисек булыр? Барыһын да ваҡыт күрһәтер.


Фото: volleyball.word
Читайте нас: