Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
8 Июнь 2019, 19:46

Италия еңде, ә кискә – Рәсәй менән Америка…

Өфөлә волейбол буйынса Милләттәр лигаһы уйындары дауам итә.

Автор фотоһы.
Өфөлә волейбол буйынса Милләттәр лигаһы уйындары дауам итә.


Әле “Өфө-Арена”ла Португалия һәм Италия спортсылары көс һынаша. Тәүге сетта Италия командаһы 25:13 менән еңһә, икенсеһендә иһә уйын алмаш уңыш менән барҙы. Португалдар бирешергә теләмәһә лә, итальяндар көслөрәк булып сыҡты.


Икенсе сеттағы осрашыу 25:20 иҫәбенә тамамланды. Өсөнсөлә лә иҫәпте Италия волейболсылары асты. Был уйында ла итальяндар алдынғылыҡты бирмәне. Һөҙөмтәлә улар өсөнсө сетта португалдарҙы 25:11 иҫәбе менән ҡыйратып, еңеүгә өлгәште.
Кискә Рәсәй менән Америка Ҡушма Штаттары уйынсылары осраша. Уйын бик ҡыҙыу булмаҡсы.