Волейбол буйынса Милләттәр лигаһына ярашлы бөгөн һуңғы уйындар бара. “Өфө-Арена”ла көндөҙ Португалия һәм Америка Ҡушма Штаттары командалары осрашты.
Тәүге сетта Америка спортсылары 25:20 мәрәй менән еңде. Икенсе осрашыуҙа тәүге иҫәпте португалдар асһа ла, уйын барышында өҫтөнлөктө американдар үҙ ҡулына алды. Шулай ҙа португалдар аҙаҡ барыбер алға сығып, дәғүәселәрен ҡыйратты (25:22).
Өсөнсө сетта иһә тәүҙә Америка командаһы алға сыҡты, шуға ла португалдар ҡыуып барыусылар ролен үтәне, тик етә алманылар. Шулай итеп, американдар 25:22 иҫәбе менән өсөнсө уйынды үҙ файҙаһына тамамланы.
Дүртенсе сетта иҫәпте португалдар асты, әммә ҡаршы яҡ тағы ла алға сығып, еңеү яуланы. Шулай итеп, дүрт сетка һуҙылған уйын 3:1 иҫәбе менән американдар файҙаһына тамамланды.
Кискә Рәсәй һәм Италия волейбол командалары осрашасаҡ. Ярыш, һис шикһеҙ, бик көсөргәнешле буласаҡ, сөнки ике яҡ та тәүге көндәрҙә яҡшы уйын күрһәтте.