Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Июнь 2019, 23:07

Башланды... Һәм еңеп тә ҡуйҙыҡ!

Волейбол буйынса Милләттәр лигаһының һуңғы уйыны, алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй һәм Италия командалары араһында булды.

Автор фотолары.
Волейбол буйынса Милләттәр лигаһының һуңғы уйыны, алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй һәм Италия командалары араһында булды.
“Өфө-Арена” көйәрмәндәр менән тулы ине. Улар милли атрибуттар, флагтар менән килгән, илебеҙ командаһы өсөн ихлас көйҙө, янды. Уйынды ҡарарға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡылыса башҡарыусы Радий Хәбиров та килде.
Яҡшы теләктәшлек булһа ла, тәүге сетта беҙҙекеләрҙең уйыны ауыр барҙы, аҙаҡта ғына ике мәрәйгә алға сығып еңдек.


Икенсе осрашыуҙа иҫәпте итальяндар асты, әммә беҙҙең команда уйын барышын тиҙ генә үҙ ҡулына алып, 25:16 иҫәбе менән дәғүәсеһен ҡыйратты.
Өсөнсө сетта ла Италия командаһы тәүҙә алға сыҡты, тәүге ике мәрәйҙән һуң беҙҙекеләр тағы ла уҙып китте.


Рәсәй командаһы уйын барышында алдынғылыҡты бирмәй, 25:18 иҫәбе менән өсөнсө уйынды тамамлап, итальяндарҙы “ҡоро” еңеүгә өлгәште!