Турнир Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналды.
Шәмбе көндө Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кубогына милли көрәш буйынса ярыш уҙҙы. Унда республикабыҙ төбәктәренән һәм Ульяновск, Һамар өлкәләренән йөҙҙән ашыу ир-егет көс һынашты.
Турнир яңыраҡ ваҡытһыҙ вафат булған Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Артур Әхмәтхановтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар, бер минутҡа тын ҡалып, милләттәшебеҙҙе иҫкә алды.
Сараға йыйылыусыларҙы Өфө ҡалаһы хакимиәте етәксеһе Өлфәт Мостафин тәбрикләне.
– Беҙҙең республика һәм ҡала үҙенең көслө батырҙары менән дан тота. Уларҙың исеме Башҡортостанда ғына түгел, бөтә илдә һәм унан ситтә лә билдәле. Бөгөнгө турнир ҙа иң көслө, иң һәләтле көрәш оҫталарын асыҡлар, – тине ул.
Алыштар көнө буйы барҙы. Спортсылар 60, 70, 80, 90, 100 килограмғаса һәм 100-ҙән ашыу килограмм ауырлыҡ үлсәмдәрендә көс һынашты. Иң еңел көрәшселәр араһында Илфак Ибәтуллин еңеп сыҡты, артабанғы ауырлыҡта – Рәзил Шәбиев. 80 килограмғаса ауырлыҡ үлсәмендә Артур Зөлҡәрнәев бил бирмәне. 90 килограмғаса спортсылар араһында Айгиз Зәйнетдинов еңде. 100 килограмғаса ауырлыҡтағы баһадирҙарҙан Рәмил Бәҙәмшин алдынғы булды, ә инде иң ауыр спортсылар араһында – Сергей Павлик.
Еңеүселәргә миҙалдар, бүләк сертификаттары һәм аҡсалата приздар тапшырылды. Төп призды – еңел автомобилде – Мәсетле районынан Айгиз Зәйнетдинов отто.