Көрәшһеҙ һабантуй буламы инде? Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Әбйәлил районында республика етәксеһе Радий Хәбиров менән Голливуд йондоҙо Стивен Сигал да майҙан тотто. Тик улар техника күрһәтеү менән сикләнде.
“Дөрөҫөн генә әйткәндә, Стивен башҡорт милли көрәше техникаһын күрһәт тип һорағас, йәш саҡты иҫкә төшөрөп, күтәреп алып ташларғамы әллә тигән дыуамал уй ҙа булды... Әммә башыма бик ваҡытлы икенсе бер уй килде: әгәр был 120 килограмлыҡ әзмәүерҙә, барлыҡ мөмкин булған ярыштарҙың чемпионында “мускул хәтере” эшләп китеп, мине бар һабантуй алдында күтәреп бәрһә??? Дөйөм алғанда, техника күрһәтеү менән генә сикләндек. Аҙаҡ ҡатынына ла “Ысынлап та, беҙҙе көрәшер тип уйланыңмы ни?” тип көлөп кенә ҡуйҙы ул”, – тип яҙҙы етәксе.